«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республикала Удмуртия спикеры булды



14.09.2010 Республикала Удмуртия спикеры булды

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Удмурт Республикаһының Дәүләт Советы Рәйесе Александр Соловьев менән осрашты.
ҡунаҡ Башҡортостан парламентының эше, ҡануниәт системаһының торошо һәм перспективалары, республикалағы социаль-иҡтисади хәл, урындағы үҙидара системаһы үҙенсәлектәре менән ентекле танышты.
Яҡтар, республикалар араһында парламент-ара бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеү өсөн бөтә мөмкинлектәргә эйә булыуҙы билдәләп, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай менән Удмуртияның Дәүләт Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проекты әҙерләргә кәрәк, тигән берҙәм фекергә килде.

БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға