26.07.2011 Әҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә өҫтөнлөк биреләcәк
Йыл аҙағына тиклем республикала яҡынса әҙ ҡатлы 16 мең йорт төҙөләсәк – был күрһәткес буйынса Башҡортостан ил кимәлендә тәүге биш төбәк иҫәбенә инә.
– Йыл аҙағына тиклем 1 млн 400 мең кв. м әҙ ҡатлы шәхси йорт сафҡа индерелергә тейеш. Был – яҡынса 16 мең өй. Шәхси төҙөүселәрҙең тырышлығы арҡаһында беҙ алдынғылар рәтендә – сафҡа индерелгән йорттарҙың 75 проценты нәҡ шундайҙар иҫәбенән. Төҙөлөштө арзанайтыу, ер участкаларын бүлеп биреүҙе, инфраструктура булдырыуҙы еңеләйтергә тырышабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов Мәскәү өлкәһенең Новое Ступино ҡасабаһында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры В. Путин үткәргән кәңәшмәлә.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, быйыл республика власы шәхси төҙөлөш инфраструктураһына бюджеттан яҡынса 600 млн һум аҡса бүләсәк. Республикала тиҙ йыйылыусы йорттарҙың элементтарын етештереүсе предприятиелар кәрәк. Әлегә ундайҙар өсәү-дүртәү генә. Бынан тыш, ауыл халҡына диләнкәләр бүленә, торлаҡ төҙөүгә кредиттар алыу буйынса ярҙам күрһәтелә, йәғни бюджет иҫәбенә процент ставкалары кәметелә һәм был маҡсатта республика бюджетынан йыл һайын яҡынса 250 – 300 млн һум аҡса тотонола.