23.07.2011 Тәжрибә хуплауға лайыҡ
БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта булып ҡайтты.
Ул «Дружба» ауыл хужалығы кооперативы, Явнов исемендәге, Салауат исемендәге кооперативтарҙың, Калинин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты, мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. «Рощинский» совхозында сусҡасылыҡ предприятиеһының ит етештереү, әҙер продукция цехтарында, теплица комплексында булды. Стәрлетамаҡ районындағы Лазурный микрорайонында торлаҡ төҙөү барышы менән танышты.
− Стәрлетамаҡ районының агросәнәғәт комплексы, сит илдәрҙең һөҙөмтәле технологияларын уңышлы файҙаланып, йылдам үҫә, − тине Премьер-министр. − Республика өсөн бындай тәжрибә бик файҙалы.