«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләтеү – кисектергеһеҙ мәсьәлә



23.07.2011 Торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләтеү – кисектергеһеҙ мәсьәлә

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзаларына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын биреү тәртибен ябайлаштырыу механизмын эшләргә ҡушты. Маҡсат − шәхси төҙөлөш өсөн ер бүлеп биреү күләмен арттырыу һәм хаҡын кәметеү.
«Республикала шәхси төҙөлөш өсөн бүлеп бирерлек ер күп, тик ул документтарҙы кабинеттан кабинетҡа йөрөтөүсе кешеләр төркөмө өсөн спекуляция предметына әүерелгән», − тине Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Прези­диумының Стәрлетамаҡтағы күсмә ултырышында.
Уның һүҙҙәренсә, ер күп булыу­ға ҡарамаҫтан, төҙөлөш темпы үтә түбән. Һөҙөмтәлә төбәк халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен бойомға ашырыуға өлгәшелмәй. Халыҡ һаны − 4,1 миллион кеше − буйынса Рәсәй Федерацияһында иң ҙур төбәк булған Башҡортостан халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү юҫығында Рәсәйҙә 56-сы урында тора. Өҫтәүенә, төҙөлгән торлаҡ хаҡы көс етмәҫлек юғары − Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында 1 кв. м майҙандың хаҡы яҡынса 50 мең һум тәшкил итә.
Быйыл 2 меңдән ашыу алданған «өлөшсө»нөң проблемаһын хәл итеү өсөн республика бюджетынан һәм бюджеттыҡы булмаған фондтан яҡынса 1 миллиард һум аҡса бүленгән. «Был миллиардтар әле иректә йөрөгән жуликтар кеҫәһенә инеп ятҡан, ә был аҡсаны беҙ ҡапларға мәжбүр булдыҡ − башҡаса мөмкин түгел», − тине төбәк башлығы.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтовтың республикала йылдың тәүге яртыһында 781 мең кв. метр торлаҡ майҙаны төҙөлөүе тураһындағы отчеты менән Президент ҡәнәғәт булманы. «Бигерәк әҙ», − тине ул һәм, 2015 йылға йыллыҡ торлаҡ төҙөлөшө күләмен 3,7 миллион квадрат метрға еткереү бурысын үтәү өсөн потенциал һәм эске ресурс­тар етерлек, тип өҫтәне. Бынан тыш, федераль һәм республика ерҙәрен торлаҡ төҙөлөшөнә тапшырыу эшен тиҙләтергә ҡушты.
Президиум ултырышында ипотека кредиттарын биреүҙе тиҙләтеү мәсьәләһе лә күтәрелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға