23.07.2011 «Балалар баҡсалары булдырыуҙың яңы механизмдарын табырға кәрәк»
Бәләкәй балалары булған һәр кешегә балалар баҡсаһы проблемаһы яҡшы таныш. Ата-әсәләр бер нисә йыл алдан уҡ, йәғни сабый тыуғас та, сиратҡа яҙыла.
Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе эшкә сыға алмай. Икенсе берәүҙәр был проблеманы бала ҡараусы яллап хәл итә. Әммә бөтәһенең дә кеҫә ҡалынлығы бындай сығымдарҙы күтәрә алмай. Әлбиттә, баланы ауылға олатай-өләсәйҙәренә ҡайтарырға була. Тик ауылдағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр менән булышҡан ололарҙың балаға ваҡыты бик тар ҡала, ул үҙ яйына ҡуйыла. Ә олатай-өләсәй оло йәштә булһа, сабый тәрбиәләү улар иңенә ауыр йөк булып ята − баланың шуҡлыҡтарын, күҙ асып йомған арала әллә ҡайҙарға барып, әллә ниндәй эштәр ҡылып килеүен күҙәтеп тә өлгөрә алмайҙар.
Бөгөнгө көнгә балалар баҡсаһына сиратта торған 70 меңләгән кешенең ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелмәгән. Һуңғы йылдарҙа демографик үҫеш баҡсаларҙа балалар өсөн урындарҙың булдырылыуы менән тап килмәүҙән дә килә был.
Был көнүҙәк проблема Хөкүмәт йортонда үткән видеоселектор кәңәшмәлә ҡаралды.
«Былтыр «Башҡортостан Республикаһында 2008−2012 йылдарға мәктәпкә тиклемге белем биреү системаһын үҫтереү» маҡсатлы программаһын 2013 йылға тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Өс йыл дауамында уны финанслау өсөн 9 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйыл финанслау 2,5 млрд һумдан ашасаҡ, был бик ҙур сумма, − БР Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙе проблеманың мөһимлегенән башлағандан һуң аныҡ һандарға күсте. − 2013 йылға программа уңышлы башҡарылһа, 195 мең бала балалар баҡсаһына йөрөй аласаҡ. Әммә балалар һаны, беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, 315 меңгә тиклем үҫәсәк. Һәм тағы ла 100 меңдән ашыу урын дефициты барлыҡҡа киләсәк».
Президент мәсьәләне хәл итеү өсөн дәүләткә генә һалышып ятырға ярамағанлығы тураһында иҫкәртте, был дөйөм проблеманы хәл итеүҙә бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш, тип белдерҙе. Балалар баҡсаһы етмәүҙән ҡотолоуҙың ниндәй юлдары бар һуң?
Баҡсаларҙы автономиялы режимға күсерергә кәрәк. Был өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге бирәсәк, уңышлы миҫалдар ҙа бар (кәңәшмәлә шундай автономиялы балалар баҡсаһы директоры Светлана Никитина сығыш яһаны). Баҡса төҙөүгә ҙур һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе йәлеп итергә, төрлө вариатив формаларҙы әүҙемерәк файҙаланырға (бөгөн ни бары 7 генә шәхси баҡса бар, ә уларға балаларын йөрөтөргә теләүселәр һаны байтаҡ, шуға ла шәхси балалар баҡсаһы асырға теләүселәргә шарттар булдырырға, һалымдарҙан бушатырға), сабыйҙарын баҡсаға бирә алмаған ата-әсәләргә компенсация түләү мәсьәләһен ҡарарға (бындай тәжрибә Өфөлә (3000 һум) һәм Стәрлетамаҡта (2200 һум) тупланған), сиратҡа яҙылыуҙы электрон вариантҡа күсерергә (был бер үк кешенең бер нисә баҡсаға сиратҡа баҫыуынан ҡотҡарасаҡ һәм ысынбарлыҡта нисә кешенең балалар баҡсаһына мохтаж икәнлеге асыҡ буласаҡ) кәрәк, тип йомғаҡланы кәңәшмәне Президент.
Бер нисә йыл буйы балаларына урын көтөүсе ата-әсәләрҙең өмөттәре аҡланыр, тип ышанғы килә.