«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Француздарға барыһы ла оҡшаны



23.07.2011 Француздарға барыһы ла оҡшаны

Әбйәлил районында «Күп яҡлы Волга − Урал төбәге. Заманса Рәсәйҙә этник һәм конфессиаль төркөмдәр» тип аталған йәйге мәктәп эшен тамамланы.
Франция – Рәсәй тикшеренеүҙәр үҙәгенең мәктәбе Башҡортостанда дүрт көн эшләне. Ошо ваҡыт эсендә сит ил ҡунаҡтары башҡорт халҡының йолаларын, кәсептәрен, көнитмешен өйрәнде. Ғалимдар ҡымыҙҙың нисек әҙерләнеүе менән танышты, ҡортсолоҡто ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Шулай уҡ башҡорт ғаиләһе менән танышыу, ҡурай менән ҡумыҙҙа уйнайҙы күреү ҙә нәзәкәтле француздарҙа ҙур кисерештәр уятты.
Билдәле булыуынса, 2011 йылдың майында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Франция Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниасти менән осрашҡайны. Шул осрашыу барышында француз ғалимдарының, беҙгә килеп, башҡорт халҡын өйрәнәсәге тураһында һөйләшеп килешелде.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға