«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ ил бюджетын билдәләй



23.07.2011 Халыҡ ил бюджетын билдәләй

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Халыҡ бюджеты» проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар дауам итә. БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Баш­ҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары Константин Толкачев был проектты, бюджет өҫтөндә эшләүҙең сифатлы яңы варианты, тип атаны. Беҙҙең ил тарихында дөйөм бюджет мәсьәләләрен бөтә халыҡ менән бергәләп хәл итергә тырышыу һәм ошо тармаҡта пландар ҡороуҙың булғаны юҡ ине әле.

Был партия проекты Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының хуплауы менән тормошҡа ашырыла. Константин Толкачев билдәләүенсә, элек бюджетты формалаштырыуҙа иҡтисадсылар һәм сәйәсмәндәр генә ҡатнашһа, хәҙер илдең һәр бер кешеһе был процесҡа үҙ өлөшөн индереү хоҡуғына эйә. Әммә «Халыҡ бюджеты» проектының асылы шунда − халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалып, бюджеттың төп йүнәлештәрен билдәләү, аҡсаны ҡайҙа күберәк һәм әүҙемерәк һалырға кәрәклеген асыҡлау.
Башҡортостан халҡы бюджетты формалаштырыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Әле проектҡа меңдән ашыу тәҡдим индерелгән. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, «Халыҡ бюджеты» буйынса кәңәшләшеү һәм тәҡдимдәр индереү саралары муниципаль кимәлдә лә ойоштороласаҡ.
Ғөмүмән, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты бөгөн Башҡортостанда киң ҡолас ала бара. Халыҡ программаһына килгән тәҡдимдәр һаны 17 меңдән ашып киткән. Һайланған ышаныслы вәкилдәр (Башҡортостандан – 13 кеше) халыҡ менән аралашып, уларҙың фекерҙәрен белешә, тәҡдимдәрен йыя.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға