«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Технопарклы булмаҡсыбыҙ



23.07.2011 Технопарклы булмаҡсыбыҙ

Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Был сарала юғары технологиялар өлкәһендә технопарктар булдырыу буйынса федераль программаны үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, юғары технологиялы технопарктар перспективалы һәм был тармаҡ артабан да үҫтереләсәк.
Программанан Башҡортостан да ситтә ҡалмаясаҡ. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мөлөков Мәскәүҙә «ҡурай» тип аталған технопарк проектын тәҡдим итте. Проектты тормошҡа ашырған хәлдә уны финанслауҙа федераль бюджет та ҡатнашасаҡ тип планлаштырыла.
«ҡурай» технопаркын «Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты» дәүләт унитар предприятиеһы базаһында булдырырға ниәтләйҙәр. Бының өсөн предприятиеның бинаһын заманса итеп үҙгәртергә тура киләсәк. Уға тағы ла ике ҡат өҫтәлеп, эргәһендә йәнә бер корпус төҙөләсәк. Технопарктың дөйөм майҙаны 26,5 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Уны 2014 йылда сафҡа индереү күҙаллана. Технопаркты файҙаланыуға тапшырыу өсөн бер нисә шәхси компания инвестор булырға әҙер.
Марат Мөлөков билдәләүенсә, Башҡортостандың был федераль программала ҡатнашыуы республика тарафынан һалынған бер миллиард һум аҡсаға федераль ҡаҙнанан тағы ла бер миллиард һумды йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға