19.07.2011 Депутатлыҡҡа ла алдан әҙерләнергә кәрәк
Өфөлә республика Президенты, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк сәйәси советы президиумы ағзаһы Р. Хәмитов төбәк дөйөм халыҡ праймеризында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Кандидаттар исемлегендә барлығы 120 кеше. Улар араһында әле эшләп йөрөүсе РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ла, әйҙәүсе иҡтисадсылар ҙа, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә, спортсылар, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре лә бар. Исемлектең башында − Рөстәм Хәмитов.
− Декабрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә тура киләсәк. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе лә, башҡалар ҙа был йәһәттән үҙ көстәрен туплай, үҙ рәттәренә фекерҙәштәрен, интеллектуаль көстәрҙе йәлеп итә. Шунлыҡтан алда көрәш ҡыҙыу буласаҡ. Һәр кем үҙ позицияһын яҡлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта был сәйәси хәлгә тыныс ҡарау мөһим, – тине ул.
Президент Халыҡ фронты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан күрһәтелгән кандидаттарҙы, республиканың ғәмәлдәге элитаһы һәм киләсәге, тип атаны. Күрһәтелгән 120 кандидаттың тик 15-нең генә исемлек лидеры була алыу һәм РФ Дәүләт Думаһына үтеү мөмкинлеге тураһында асыҡлап әйтте.
Артабан ул республикала эшһеҙлек проблемаһының яйлап кәмей барыуын билдәләне. Шулай уҡ торлаҡ мәсьәләһенә лә ҡағылды.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.