19.07.2011 Донъя яңылыҡтары
Ил башлығы – Германияла
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев эш сәфәре менән Германияға юлланды.
Ил башлығы унда дәүләт-ара фекер алышыуҙар сиктәрендә Рәсәй менән Германия араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк, ике илдең эшҡыуарҙары менән осрашасаҡ.
Һөйләшеүҙәр барышында Мәскәүҙә фән һәм инновациялар буйынса «Германия йорто»н, бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса Рәсәй фондын булдырыу проекттары ла ҡараласаҡ.
Рәсәй Ливияға ҡаршы
Рәсәй Каддафи режимын ҡорал менән тәьмин итмәйәсәк.
Был хаҡта Рәсәйҙең НАТО эргәһендәге даими вәкиле Дмитрий Рогозин белдергән. «Рәсәйҙең дә, Европа илдәренең дә закондары граждандар һуғышы барған илгә ҡорал ебәреүҙе тыя», − тигән ул.
Рәсәй − НАТО советы кәңәшмәһендә беҙҙең ил Ливияла барған һуғышҡа ҡаршы булыуын әйткән.
Юл йөрөүе ҡурҡыныс
Новосибирск янында төндә «КамАЗ» менән Семипалатинск − Томск йүнәлешендә барған пассажир автобусы бәрелешкән.
Һөҙөмтәлә 40 пассажиры булған автобус янып киткән. Аварияла биш кешенең ғүмере өҙөлгән, 19 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Зыян күреүсе ете кеше әле ауыр хәлдә. Томск өлкәһе губернаторы автоһәләкәттә зыян күреүселәргә компенсация түләргә вәғәҙә биргән.
Гагаринды онотмайҙар
Лондонда беренсе космонавт Юрий Гагариндың Бөйөк Британияға килеүенең 50 йыллығына ҡарата һәйкәл ҡуйғандар.
Монументаль скульптура Ижевскиҙа скульптор Анатолий Новиков тарафынан эшләнгән. Ул − Люберцы ҡалаһында ҡуйылған һәйкәлдең күсермәһе.
Япондарға тағы ла һынау
Японияның метеорология агентлығы Дайто утрауында урынлашҡан Окинава префектураһына ҡеүәтле тайфун яҡынлашыуы хаҡында белдергән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Ма-он» исеме алған тайфун сәғәтенә 180 саҡрым тиҙлек менән 300 саҡрым радиуста бара. Япония ярҙарында май айында «Сонгда» тайфуны үткәйне.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.