«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Пляждарҙа һыра һемереү бөттө!



09.07.2011 Пляждарҙа һыра һемереү бөттө!

Пляждарҙа һыра  һемереү бөттө!Өфөнөң Калинин райо­нындағы Йылы күлдә бер юлы 10 йәшлек малай һәм уның үгәй атаһы батып үлде. ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, улар икеһе лә һыу инеү өсөн ҡәтғи рәүештә тыйылған урынды һайлаған. Әлбиттә, ярҙа һыу инеүҙе тыйыусы билдә лә ҡаҙап ҡуйғандар, тик бер вайымһыҙ әҙәм был билдәне ҡаплап, үҙенең таҫтамалын киптерергә элгән...
Ғөмүмән, Йылы күлде ҡотҡарыусылар «проблемалы урын» тип атай. Был һыу ятҡылығы халыҡ күп йәшәгән урында, йорттарға яҡын урынлашҡан. Әммә уның бөтә ерендә лә һыу инергә ярамай. Кешеләр рәсми теркәлмәгән урында ла һыуға инә һәм бында йыл һайын кемдер батып үлә. ҡыҙғаныс күренеш.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, һыуға батыу­сылар һәр ваҡыт тиерлек бер үк «йөҙлө» − балалар йәки эсеп алған ир-егеттәр. Тик торғандан, вайым­һыҙлыҡ йәки бәйһеҙ эсеү арҡаһында кешеләрҙең яҡты донъя менән хушлашыуы, ысынлап та, ҙур проблема. Ә проблема бар икән − уны хәл итеү мәсьәләһе тора. Шуға ла Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаттары үҙҙәре каникулға китер алдынан өсөнсө уҡыуҙа Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында яңы кодекс ҡабул итеп китте. Был Кодекс буйынса һыу инеү тыйылыуы тураһында билдә ҡуйыл­ған урындарҙа йөҙөүселәр, билдәләнгән сиктән сығып сумырға яратыу­сылар 3 − 4 мең һум штраф түләйәсәк. Ә һуҡмыш көйөнсә һыуға индең икән − 3 − 5 мең һум аҡсаңды сығарасаҡһың. Тәртип боҙоусыларға штрафты полицейскийҙар, ҡот­ҡарыу­сылар төҙөй ала. Ә инде штрафты мировой судьялар йәки район хакимиәттәре ҡарамағындағы административ комиссиялар яҙасаҡ.
Әлбиттә, яңы Кодекстың үтәлешен тикшереү еңел түгел. Эсеп алып, теләгән бер урында һыуға сумыусы халыҡҡа яңылыҡты аңлатыу ҡыйыныраҡ кеүек. Шуға ла беҙ хәлдәрҙең торошон барып күреү маҡсатында, баш ҡаланың пляждарына күҙ һалыр­ға булдыҡ.
Өфөнөң иң хәүефһеҙ һыу инеү урыны булып Дуҫлыҡ Монументы ҡаршыһындағы «ҡояшлы» пляжы һанала. Пляжда халыҡ әллә ни күп түгел, үҫмерҙәр, студенттар ғына күренә. Әлбиттә, эш ваҡытында халыҡ һыу инеп йөрөй алмай, әммә кисен, ял көндәрендә «ҡояшлы»ла бер нисә мең кеше йыйылып китә. Рәсми рәүештә тикшерелеп асыл­ған, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған пляжда һәр ваҡыт ҡотҡарыусылар эшләй. Улар әйтеүенсә, рәсми тикшереп асылған пляждарҙа һыу инеү тулыһынса хәүеф­һеҙ.
«ҡояшлы» пляжында ял итеү − түләүһеҙ. Меңләгән кеше араһынан үҙеңә урын табып алаһың да, ҡояшта теләгәнсә ҡыҙынаһың, йөҙәһең. Тик шулай ҙа был урынды әллә ни таҙа тип әйтеп булмай. ҡомда тәмәке төпсөктәре, буш шешәләр күренә.
«ҡояшлы» пляжын һаҡлаусы, эҫе ҡояштан ҡасып тимер будка күләгәһендә ултырыусы ирҙең әйтеүенсә, халыҡ бындағы кафеның хеҙмәттәре менән бөтөнләй ҡулланмай.
− Үҙҙәре алып килеп ашайҙар, һыра эсә, − ти. Баҡтиһәң, пляжды һаҡлаусы кеше яңы Кодекс тураһында бөтөнләй хәбәрҙар түгел. Һыу эсендә йөрөгән ҡотҡарыусыларҙы саҡ сығарып алып, уларҙан һорашам. Улары, ярай, беләләр икән. Тик эскән һәр кемгә штраф һалыу, пляждан ситтән һыу инеүселәрҙе язаға тарттырыу «мәшәҡәтле, хатта мөмкин булмаҫлыҡтыр ул» тигән фекер­ҙәләр.
«ҡояшлы»ның икенсе яҡ ярында, һыу инеүҙе тыйған билдәгә терәлеп тиерлек кешеләр ҡыҙынып ята. Танауҙары ҡыҙарып уҡ киткән ҡыҙҙар янына барам. Улар бында ике сәғәт самаһы ята икән. Үҙҙәренән бер метр самаһы алыҫта урынлашҡан билдәне бөтөнләй күрмәгән булып сыҡтылар. Мине штраф һалырға килгән тип уйланылар шикелле: «Беҙ бында һыу инмәйбеҙ, ярҙа ғына ултырабыҙ», − тиҙәр. Үҙҙәренең сәсенән һыу тамып тора. Яндарында буш һыра шешәләре лә ята.
Теплоходтар туҡтаған урында ла һыу инеү, балыҡ тотоу тыйыла. Ләкин был күптәрҙе бөтөнләй борсомай, теҙелеп ятып ҡояшта ҡыҙыналар, йөҙәләр. Уларҙы ла бер кем дә тыймай. Нишләйһең инде, бөтәбеҙ ҙә бер йәмғиәт кешеләре − берәүҙәр тыйыусы билдәләргә төкөрөп тә бирмәй, икенселәр Закондың үтәлешен тикшерергә ашыҡмай.
Пляждағы кафеларҙа рәсми рәүештә һыра һатылыуын нисек аңларға була? Ошо һорауыма яуап табыу ниәтенән яр буйындағы кафе хужаһы менән һөйләшәм. Әлбиттә, ул Рәсәй кешеһе түгел, беҙгә килеп шешлек ҡыҙҙырырға яратыусылар иҫәбенән. Уның яңы Кодекс тураһында белеү-белмәүен аңлай алманым, әммә ул миңә:
− Девушка, зачем много пит (мине эсеүҙән тыйғандары өсөн ҡайғырып йөрөй тип аңланы, шикелле)? Ничево не нарушаем! Лето же, отдыхать надо, какой отдых без пива, а? − тип кенә яуап бирҙе. Шулай инде, беҙҙең халыҡ эсмәһә, сит ил кешеләре нисек итеп Рәсәйҙә аҡса эшләр ине...
Артабан киттек. ҡашҡаҙан күле беҙҙе матур паркы, музыкаһы менән ҡаршы алды. Бында, ысынлап та, бик күңелле һәм таҙа күренә. Әммә пляж әллә ни ҙур түгел. Күлдең иң уңайлы ярын кәртәләп алып, түләүле пляж асҡандар. Уға инер алдынан уҡ эсеүҙе, билдәләнгән сиктән сығып йөҙөүҙе тыйған иғлан эленеп тора. Түләүле урын таҙа, шезлонгтар һәм башҡа уңайлыҡтар ҙа бар.
Ә бына бушлай пляжда, әлбиттә, бысрағыраҡ, кеше лә тығылыбыраҡ ултырған. Ял итеүселәрҙең күпселеге һыра һемерә. Кемгә генә барып мөрәжәғәт итһәк тә, береһе лә яңы ҡағиҙәне белмәй. Барыһы ла аптырай, әйтерһең уларҙы эсеүҙән түгел, ә икмәк ашауҙан тыялар. Бында ла эсеүселәргә протокол төҙөп йөрөгән полицейскийға осраманым. ҡотҡарыусылар ҙа тыныс ҡына кәмәләрендә ултыра.
Башҡа пляждарҙа, ярҙарҙа ла хәлдәр шулай уҡ – кешеләр һыра һемереп алалар ҙа, һыуға сумалар, бер ниндәй билдәләргә лә иғтибар итмәй­ҙәр. Артабан нисек булырын ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа һәр кем аңлаһын ине – яңы ҡағиҙәләр беҙҙең мәнфәғәттә генә ҡабул ителгән.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға