09.07.2011 Ахун таштары ни һөйләй?
− Өләсәй, кил яныма, бында таш йылыраҡ! – малай иң бейек менгирға (менгир − ергә вертикаль ҡуйылған таш бағана) устарын ҡуйып, күңелле йылмайҙы, − ә бында кемдер аҡса һалған!
− Тейә күрмә, кеше уларҙы теләктәрен бойомға ашырыр өсөн ташлай, – оло йәштәге ҡатын башындағы яулығын артҡа ҡайырып бәйләне. – Ташты нығыраҡ ҡосаҡла, һаулыҡҡа туйып ҡалырһың.
«Ахун менгирҙары» туҡталҡаһы асылған ваҡытта булды был һөйләшеү. Еңел машинала, арбала, йәйәү килгән халыҡ менгирҙарҙы ҡосаҡлап, уларға арҡалары менән терәлеп, устарын ҡуйып, бер-береһенә таштарҙың тылсымлы үҙенсәлектәре тураһында һөйләне: «ҡышын таштарҙың бер яғы гел дә йылы, ә икенсе яғы − һалҡын», «Элек бында ауырға ҡала алмаған ҡатындар килә торғайны, ошо таштар ыңғай тәьҫир итә, тиҙәр ине…». Йыйылыусылар экскурсовод Лилиә Иҫәнғолованы ла иғтибар менән тыңланы: «Комплекс 1996 йылда Силәбе дәүләт университетының этнография экспедицияһы тарафынан асылған, уны Ахунда йәшәүсе Жәүҙәт Әитов күрһәткән…» Туҡталҡа асылыу уңайынан ойошторолған тантанаға килгән Закир Мөхәмәтшин дә аптырап башын сайҡаны: «Беҙ бәләкәй саҡта бында йыш уйнаныҡ, ололар, таштар аҫтында алпамыша ерләнгән, ти торғайны. Таштар ниндәйҙер тарихи, фәнни әһәмиәткә эйәлер, тип уйламаныҡ та».
Ә таштар, ысынлап та, үҙенсәлекле булып сыҡты: археологтарҙың әйтеүенсә, 3,5 мең йыл элек төҙөлгән, бронза быуаты башына ҡараған мегалитик ҡоролма боронғо обсерватория ул! Әлбиттә, ул телескоптар менән дә йыһазландырылмаған, боронғо обсерваторияларҙың башҡа төп инструменттары ла (мәҫәлән, ҡояш сәғәттәрен, ваҡытты үлсәү өсөн клепсидрҙар, ҡояш бейеклеген үлсәр өсөн гномондар ҙа) юҡ. Археологик ҡомартҡы тәү ҡарамаҡҡа ябай гранит таштарҙан – менгирҙарҙан тора. Туғыҙы түңәрәк буйлап урынлашҡан. Уртаһындағы ике үҙәк таш көньяҡ һәм төньяҡ йүнәлештә ҡуйылған. Күпселек менгирҙар боронғо таш оҫталары тарафынан дүрткелләп ҡырҡылған. Таштарҙан әллә ниндәй сихри йылылыҡ тоймаһам да, элек бында обсерватория булыуын, ҡанбабаларҙың ай һәм уның фазаларын, ҡояштың сығыу һәм байыу ваҡытын тикшереүҙәре, уларҙың алыҫ йондоҙҙарҙы күҙәтеүен белеү ҙә йөрәкте елкендереп ебәрҙе. Нисәмә быуат үткән, ә таштар бер нимәгә ҡарамаҫтан һаман ерҙә тора бирә...
− Урындағы стоунхендждың бөтә йомаҡтары ла сиселеп бөтмәгән, яңы асыштар алда көтә, − ти балалар-үҫмерҙәр туризмы, экскурсиялар һәм крайҙы өйрәнеү үҙәге директоры Римма Ғәлиева. – Иң мөһиме, бөгөн комплекс өйрәнелә лә, һаҡлана ла.
Римма Талха ҡыҙы юҡҡа ғына «һаҡлана» һүҙенә баҫым яһамай: былтыр октябрь аҙағында билдәһеҙ вандалдар биш менгирҙы емереп, төп менгир эргәһендә ватыҡтарынан тәре, бер аҙ ситтәрәк түңкәрелгән йондоҙ формаһында пентаграмма төҙөй.
– Был турала ишетеү менән килеп еттек, − тип был ваҡиғаны иҫләне БР-ҙың Күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Илшат Баҡшиев. − Археологик ҡомартҡы территорияһын тикшереп, ике менгирҙы шунда уҡ яңынан ҡорҙоҡ, ҡалған өсәүһен аҙаҡ фотографиялар буйынса тергеҙҙек.
Әйткәндәй, боронғо обсерваториянан алыҫ түгел бронза быуаты кешеләренең ултырағы ла табылған. Хәҙер обсерватория ла, ултыраҡ та туристик маршрутҡа индерелгән. Туристар өсөн туҡталҡа лапаҫ, өҫтәл, эскәмйә, биотуалеттар, усаҡ яғыу урындары менән йыһазландырылған.
«2011 − 2015 йылдарҙа Учалы районында туризмды үҫтереү» программаһына ярашлы, тиҙҙән «ҡалҡан күле», «Әүлиә», «Иҡсан», «Байһаҡал» туҡталҡалары ла асыласаҡ. Европа менән Азия сигендә урынлашыу, уникаль тәбиғи ресурстар һәм мәҙәни-тарихи ҡомартҡылар (Бахшай туҡталҡаһы, ҡыҙылташ һәм Айынташ пирамидалары, Әүлиә шишмәһе һ.б.) районыбыҙҙы туризм мәккәһе итергә бөтә мөмкинлектәр аса.
Сара ахырына яҡынлашып, артистар сығыш яһап бөттө, ә халыҡ һаман ағылды. Белореттан килеп еткән бер егет, бында һәр кем үҙенә кәрәкле нәмәне таба, тине: «Мин үҙем рухи йәһәттән байыр өсөн килдем». Таштарға ҡағылғанда айырата әллә нимә һиҙмәйем, тигәс, ҡунаҡтарҙың береһе мине йәлләп ҡуйҙы: «Һеҙҙең каналдарығыҙ томаланған». Нисек килдем, шулай «томаланған каналдар» менән кире ҡайттым. Быға ҡайғырманым, киреһенсә, Ахун халҡы өсөн ҡыуандым − өҫтәмә эш урындары һәм өҫтәмә табыш сығанағы булдырыла бит. Сара тураһында Кирәбе оҫтабикәләре Людмила Сатлыҡова менән Ирина Королькова теккән уйынсыҡтар ҙа бынан ары хәтерләтеп торасаҡ − улар ҙа «Ахун менгирҙары» туҡталҡаһы асылыу тантанаһына айырым йәм өҫтәне.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.