«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әптекәйҙәге шәжәрә – бар шәжәрәләргә шәжәрә!



05.07.2011 Әптекәйҙәге шәжәрә – бар шәжәрәләргә шәжәрә!

Баймаҡ районының Әптекәй ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Уҙған быуат уртаһында юҡҡа сыҡҡан был ауылдан ваҡытында биш ауыл айырылып сыҡҡан!

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡтағы матур тәбиғәтле урында уҙҙы был Шәжәрә байрамы. Йыйылған ҡунаҡтар ҙа ишле булды: ғаилә-ғаилә булып түгел, ауыл-ауыл булып килделәр. Шулайтмайса, Әптекәй ауылы уҙамандары, үҙ ваҡытында төрлө яҡтарға таралышып, тағы ла биш ауыл­ға нигеҙ һалған.
Тамырҙары шул ауылдарҙан – Баймырҙанан, Ишмыр­ҙанан, Ибра­һим­дан, Тәңребирҙенән, Армандан булған халыҡ йыйылды был байрамға.
Тәүҙә әүҙем ойоштороу эштәре хаҡында һөйләп үтәйем. Шулай, ҡыш мәлендә, ауылда, атай йортонда ял иткәндә, телефон шылтыраны.
– Алло, тыңлайым.
– Һаумыһығыҙ, был ҡансурин­дарҙың йортомо? Мин кем менән һөйләшәм?
– Эйе. Илшат ҡансурин тыңлай һеҙҙе.
– Мин Рауил Назаров булам, Сибайҙан шылтыратам. Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Әптекәй ауылынан сығып, Баймырҙала төпләнгән, шуға һеҙҙе бөтә ауылығыҙ менән Шәжәрә байрамына саҡырырға йыйынам...
Был сараны ойоштороусыларҙың береһе Рауил ағай Назаров менән тәү башлап шулай телефон аша таныштым. Унан һуң Сибайҙа күрешеп осрашырға ла насип булды. Ажар, дәртле кеше булып сыҡты был ағай: шул ваҡыттан алып район гәзитендә Әптекәй тарихы хаҡында күләмле материал баҫтырып сығарҙы, ауылға килеп, аҡһаҡалдар менән осрашты. ҡыҫҡаһы, байрам юғары кимәлдә үтһен өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Ойоштороу комитетының башҡа ағзалары – Cәйғәфәрҙән Әхәт Дәүләт улы Килдеғошов, Армандан Фирғәт Һиҙиәт улы Истәков, Ғаяз Зиннур улы Килдеғошов, Тәңребирҙе ауылынан Риф Самат улы Ноғоманов, Аҡтауҙан Рәшиҙә Иҫәндәүләтова, Ишмырҙанан Баязит Дәминдәр улы Нурдәүләтов, Баймырҙанан Сынбулат Ярмуллин, Ибраһим ауылынан Нәйлә Сөләймәноваларҙың дәрте башҡа­лар­ға ла йоғоп ҡалдымы, әммә байрам алдынан беҙҙең ауыл халҡы кистән үк ҡайҙа йыйылырға, сәғәт нисәлә ҡуҙғалырға һүҙ ҡуйышып ҡуйғайны. Мыштырлабыраҡ ҡуҙғалған был фәҡирегеҙ уларҙың карауаны артынан борлап ҡалған саңды еҫкәп килеп, Ишмырҙаны, Аҡморондо үтеп китеп, артабан Сәйғәфәргә килеп индем, уның урамдарында тош-тош ҡаҙап сығылған юл күрһәткестәр буйлап юҡҡа сыҡҡан Әптекәй ауылына ла килеп еттем. Юл ыңғайында Хәйбулла районының Сиҙәм ауылындағы ағайым Рәүеф ҡансурин, Иҫәнгилделәге ағайҙарым Хөр­мәтулла һәм Ғәле, Артур ҡан­суриндар ғаиләләре менән ҡыуып етте һәм, тарихи мәл, бынан 177 йыл элек тыуған ерҙәрен ташлап сит тарафтарға таралышҡан ҡан­суриндар тоҡомо ата-бабалары төйәгенә ҡайтып инде!
Әптекәй ерендә, алдан әйткәнемсә, бихисап халыҡ йыйылғайны. Күҙ күрешкән ағай-энеләрҙән күктүбәләрҙе (икенсе исеме Ибраһим, юҡҡа сыҡҡан ауыл, халҡы хәҙерге Байыш ауылына күсеп ултырған), ишмырҙаларҙы таныным, тирмәләренә һуғылдым. Тағы ла Арман, Тәңребирҙе, Әптекәй ауылдары тирмәләре ҡоролған, ҡаҙандар аҫылған был хозур яланда.
Быларынан тыш, үҙебеҙҙең баймырҙалар ҙа кистән бында килеп ятып, тирмә ҡороп ҡуйғайны. Баймырҙа ауылы ла күптән бөткән, халҡы ҡарамалы ауылына күсеп ултырып, йә башҡа яҡтарға китеп тарал­ған. Мин иҫ белгәндән, иң һуңғылар­ҙан булып Баймырҙаны Зөләйха инәй һәм Һөйөндөк олатай (хәҙер инде күптән гүр эйәһе) Сәлимовтар ҡалдырып китте. Баймырҙа ҡарттары күңелендә үҙҙәренең ауылдарына совет власы тарафынан һуғылған «перспективаһыҙ» тигән мөһөр менән барыбер килешеп бөтмәне, ахырыһы, ҡарамалыла күпме йәшәһәләр ҙә, үлгәс, Баймырҙа зыяратына алып барып ҡуйырға васыят әйтәләр. Башлыса, ҡарама­лының Гагарин урамына төпләнгән баймырҙалар, күңелдәре булып китһә, әле лә кемдең ҡарамалы, кемдең Баймырҙа икәнен асыҡлап, уйынлы-ысынлы әрләшеп ала.
Һәр ауылдың делегациялары йыйылып бөткәс, барыһы ла үҙҙәре менән таныштырып сыҡты, башҡаларҙы сәләмләп йыр йырланы, таҡмаҡ әйтте. Артабан төп ваҡиғалар байрам сәхнәһенә күсте.
Байрам кисәһен Хәйбулла ҡурайсылары Замир Мағашев (Хәйбулла районының Таштуғай ауылы ҡунағы, Өфө сәнғәт академияһының 5-се курс студенты) һәм Рәүеф ҡансурин «Урал» көйө менән асып ебәрҙе. Артабан микрофон ойоштороусылар ҡулына күсте һәм ҡунаҡтар иғтибарына бынан 250 йыл элек самаһы булып үткән ваҡиғаларға бағышланған театрлаштырылған тамаша башланды. Аҫаба башҡорттар­ҙың ҡаҙаҡ барымталарына ҡаршы яу сабыуы, яңы ерҙәргә күсеп ултырыуы – былар­ҙы көллөһө лә ныҡ әҫәрләнеп, йотолоп китеп ҡараны. Сценарийҙы яҙған кеше кем булғандыр, әммә тамашаны ҡарағанда хәтеремә Лев Толстойҙың «Хажиморат» повесындағы трагик-героик ноталар килде, башҡорттоң һәм чечендың үҙ ере өсөн көрәше, юҡ, йәшәү өсөн көрәше оҡшаш булыуы аңлашылды. Бынан 250 йыл элек ҡаҙаҡ баҫҡынсылары уғынан һәләк булған Әптекәй уҙаманы Бетәс батыр­ҙың ҡатынынан балаларына, быуындан-быуынға иҫтәлек булып бирелә килгән әлеге уҡтың ҡайһы йортта ҡасан юҡҡа сығыуын асыҡлап, Рауил ағай металл эҙләгес менән барып табып алған, сценарий ҙа ошо уҡ, ошо зәһәр иҫтәлек менән бәйләнгәйне.
ҡунаҡтарҙың сәләмләшеүе тамамланғас, сәхнәгә Рауил ағай Назаров сыҡты.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙгә хәтер­ҙән генә ошо Шәжәрә байрамын үткәреүгә сәбәпсе булған Әптекәй ауылы тарихын һөйләп үтергә рөхсәт итегеҙ...
Барыһы ла Баймаҡ ра­йо­ны­ның Сәй­ғә­фәр ауылында тыуып үҫкән Ра­уил Әхмә­ҙулла улының үҙенең шәжәрәһен тө­ҙөргә ниәтлә­үенән башлана. Ата-бабаларының ҡасан, ҡай­ҙа йәшәгәнен тикшереп, ул Әптекәй тарихы менән ҡыҙыҡ­һына башлай, тора-бара был ауылдан ике бы­уат элек тағы ла биш ауыл таралғанын асыҡлай. Биш ауыл биш урам ғына түгел бит, был бик мәртәбәле күрһәткес, тиҫтәләгән фамилияны, тоҡомдо берләштергән яҙмыш йомғағы. Был йомғаҡты тәгәрәтә торғас, архивтан-архивҡа йөрөп, Рауил ағай «Әптекәйҙә – ил яҙмышы» исемле китап яҙа, Баймаҡ районының яртыһына таралышҡан әллә күпме фамилияның бер төбәктән сыҡҡанын күрһәтә, шул кешеләрҙең ауыҙҙарына ете генә түгел, һигеҙ-туғыҙ быуыны хаҡында шәжәрә мәғлүмәттәрен сәйнәп һала. Үҙемде генә алғанда ла, мәҫәлән, Байсура һәм ҡансура исемле бабаларым Әптекәйҙә тыуып үҫеп, шунда ерләнгәнен белдем, уларҙың ҡулдарынан ҡорал төшмәгәнен, үҙҙәренең сабата үреп, туҡмасҡа һуйыл­ған тауыҡ ҡаны түгеп кенә йөрөмәгәндәрен, арттарында кәм тигәндә илле ҡылыслыҡ ғәскәр тороуына инандым. Фами­лиялары хәтеремдә ҡалған Тотмановтар, Әфләтуновтар, Абдул­линдар, Йәрмуллиндар, Үл­йәбаевтар, Истәковтар, Әбилевтар, Сариндар, Алсынбаевтар, Сапа­ровтар, Тали­повтар, Күсәрбаевтар, Назаровтар һәм башҡалар мин кисергән хистәрҙе кисергәндер, моғайын.
1834 йылда Әптекәй ауылынан Тәңребирҙе, Арман, Ишмырҙа, Баймырҙа, Күктүбә (Ибраһим) ауылдары айырылып сыға. Бының сәбәбе – аҫаба башҡорттар, батша власының буш ятҡан башҡорт ерҙәренә ситтән килгән урыҫ, татар халҡына ер бүлеп биреүен алдан иҫкәртеп, ергә хужалыҡты дәлилләү менән аңлатыла. Күсеп ултырыу малға көтөүлектәр етмәү менән дә бәйле булғандыр, күрәһең. Тыуған йортто, ерҙәреңде ташлап, йәмле Һаҡмар буйынан ҡайҙалыр ситкә китеү бик еңел эш булмағандыр ата-бабаларым өсөн. Шулай булһа ла, борон шәхси мәнфәғәттәр менән бергә дөйөм мәнфәғәттәрҙе лә уйлай белгәндәр: ҡор йыйып, кемдәрҙең ҡайҙа күсергә тейешлеген дөйөм хәл иткәндәр. Ҙур, көслө аралар: һапарлар – Йүкәгә (Ишмырҙа), Ибраһимдар – Күктүбәгә, ҡансуриндар – Баймырҙаға, Истәктәр – Арманға күсеп ултырып, тормош көтә башлай. Әптекәйҙә иһә ошо ауылға нигеҙ һалыусы Әптекәй ҡарттың вариҫтары тороп ҡала. Ойоштороусылар хәстәре менән, ошо ваҡиғалар хаҡында хәтерләтеп торһон өсөн, байрам ваҡытында иҫтәлекле таҡтаташ-стела асыу тантанаһы уҙҙы. Таҡтаташты асыу хоҡуғы ошо биш ауылда йәшәүсе аҡһаҡалдарға бирелде. Бағымсылар – Миңлеғәле Зөлҡәрнәй улы Йәрмөхәмәтов һәм Ирек Әхмәт улы Назаров, Марат Зекериә улы Арыҫланбаев. Иҫтәлекле таҡтаташты асыуға бағымсылар: Миңлеғәле Зөлҡәрнәй улы Йәрмөхәмәтов һәм Ирек Әхмәт улы Назаров, Марат Зекериә улы Арыҫланбаев тос өлөш индергән.
Дөйөм алғанда, Шәжәрә байрамы иҫ киткес матур, ойошҡанлы үтте. Район һабантуйындағылай ат сабышы, көрәш, һырғауылға үрләү, тоҡ менән һуғышыу – быларҙың барыһы ла булды был көндө Әптекәйҙә. Эскелек бөтөнләй булманы, тип шапырыныр инем дә, әммә һәр көтөүҙә берәр эсе китеп яфаланған һыйыр табыла шул: бында ла ҡайһы ауылдандыр килгән ағай-энеләр һуңға ҡарай килделе-киттеле хәбәр һөйләп, кәлтерләп атлай башлағайны. Шулай ҙа башҡалар бында эске эҙләп йыйылмағайны, шуныһы ҡыуаныслы булды.
Сараға айырым йәм өҫтәп,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға