«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Туғыҙ быуын усаҡ яҡҡан был ерҙә



02.07.2011 Туғыҙ быуын усаҡ яҡҡан был ерҙә

25 июндә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Унда Дәүләтбәковтар, Иҙелбәковтар, Ишемйәровтар, Байбулатовтар, Күсәковтар, Тоҡомбәтовтар үҙ нәҫелен барланы, ата-бабалары тарихына байҡау яһаны.

Туғыҙ быуын усаҡ  яҡҡан был ерҙәТантаналы сара ауыл осонда ошо төйәкте үҙ иткән ҡанбабалары иҫтәлегенә ҡуйылған ташҡа «Иҙелбәк ауылына 1760 йылда Дәүләтбәк һәм Иҙелбәк нәҫелдәре нигеҙ һалған» тип яҙылған таҡтаташты асыуҙан башланды. Тарихҡа байҡау яһап, Юлай Иҙелбәков ҡунаҡтар алдында ҡыҫҡаса телмәр тотто, ауыл муллаһы Наил Тәүтирәков Шәжәрә байрамының иҫән-аман үтеүенә доға ҡылды. Ошонан ҡунаҡтар милли кейемдәге ике һыбайлы оҙатыуында тирмәләр ҡоролған, ҡан-ҡәрҙәштәренә мул табын әҙерләнгән, ырыуының шәжәрәләре ҡуйылған урынға ағылды. Бында Иҙелбәк ауылының сәнғәт оҫталары, ойоштороусылар ырыу­ҙаштарын сәләмләне, байрам барған майҙансыҡ йыр-моңдан өҙөлмәне, Өфөнән ҡайтҡан яҡташыбыҙ, йырсы Лилиә Ишемйәрова менән уның тормош иптәше, бейеү сәнғәтендә киң танылыу тапҡан филармония солисы Урал Мортазин моңло, дәртле тауыштары менән тирә-яҡты яңғыратып, ҡан-ҡәрҙәштәрҙең, рухташтар­ҙың байрам тантанаһына йәм бирҙе, уларҙың йыр-бейеүҙәре был сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңеленә хуш килде, әсир итте. Лилиәнең бер туған һылыуы йырсы Фәриҙә Ишемйәрова, һәүәҫкәр артистар Руслан Хәсәев, Маргарита Әхмәтшина, урындағы бейеү ансамбле етәксеһе Лилиә Күсәкованың үҫеп килеүсе йәш таланттары үҙенсәлекле сығыштары менән сәхнәне биҙәне, иҙелбәктәр­ҙең сәнғәт оҫталарының һәр ҡайһыһы ла башҡарған номерҙары менән айырылып торҙо, ә ырыу­ҙаштарының алҡыштары улар­ҙы рухландырҙы. Почетлы президиумда ырыу аҡһаҡалдары, ағинәй­ҙәре, муниципаль район хакимиәтенән Басир Хәбибуллин, Байыш ауыл биләмәһе башлығы Ришат ҡыуатов, жюри ағзалары Нәзирә Кәримова, Нурия ҡунысбаева урын алды.
Шәжәрә – үткәндәргә тәҙрә, тип халҡым бик тапҡыр әйткән. Нәҡ ошо байрам көнөндә һәр нәҫел үҙенең ырыуы тарихына байҡау яһаны, шәхестәрен иҫләне, сал ваҡиғалар шаңдауын тағы ла бер тапҡыр хәтер иләгенән үткәрҙе. Бәхәсле һорау ҙа торған иҙелбәктәр алдында. Мәҫәлән, ырыу­ҙың ҡан-бабаһы Иҙелбәкме әллә Дәү­ләтбәкме? Ар­хивтан алынған мәғлүмәттәр Ишем­йәровтарҙың, Иҙелбә­ковтар­ҙың, ҡолсуриндарҙың Дәүләтбәктең улдары булыуын раҫлаған. Ә уның та­мыр­ҙарын Өфөлә йәшәүсе Үтәғол ҡыҙы Гөлназ Дәүләтбәкова-ҡыуатова барлаған. Ырыуының аҫыл ҡыҙы ике юғары (тарих, юридик) белемгә эйә. Иҫке төрки яҙмаһын камил үҙләштергән, ошо һәләткә эйә булыуы уға үҙ аллы архивта эҙләнеүҙәр үткәреүгә булышлыҡ иткән дә инде. Ул төҙөгән шәжәрә 1710 йылдан, йәғни Дәүләтбәктең тыуған йылынан башлана. Унда 606 ҡан-ҡәрҙәштең 11 быуыны вәкилдәре теркәлгән. Гөлназ ике йыл буйы эҙләнеүҙәр алып барған.
Яңыраҡ ҡына БР Үҙәк дәүләт тарих архивы хеҙмәткәре Зөфәр Ғәтиә­туллин бик ҡиммәтле документ табып бирҙе. Уңғар сығышы менән хәҙерге Йылайыр районындағы Һабыр ауылынан. Йөҙбашы (сотник) Дәүләтбәк Уңғар улы 1755 йылғы Батырша ихтилалында яугирҙары менән ҡыйыу алышҡан. Яу баҫтырылып, ҡатнашыу­сыларҙы эҙәрлекләү башланғас, үҫәргәндәрҙең 10 мең башҡорто ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ далаларына мәжбүри ҡасып киткән, ошоноң менән улар нәҫел сылбырының һаҡланып ҡалыуына өлгәшкән. Дәүләтбәк тә ғаиләһе – биш балаһы, ҡатыны менән шулай эшләгән. Тиҫтә йылдарҙан һуң ихтилалсыларҙы язалау-эҙәрлекләүҙәр онотола төшкәс кенә яу башлығы тыуған иленә кире әйләнеп ҡайт­ҡан. Гүзәл тәбиғәтле Башҡор­тостаны уны үҙенә тартҡан, шуға ла ҡаҙанболаҡ йылғаһы буйын төйәк иткән.
Ентекле төҙөлгән Дәүләтбә­ковтар шәжәрәһе 1–се урынға лайыҡ булһа, ғаилә йолаларына нигеҙләнеп төҙөлгән шәжәрә булараҡ, Иҙелбәковтар араһына 2-се урын бирелде.
Туғыҙ быуын усаҡ  яҡҡан был ерҙәИшемйәровтар вәкилдәре ауыл хужалығында, сәнғәттә, мәғарифта ихтирам ҡаҙанған. Мәҫәлән, Айрат Ишемйәров – ауыл хужалығы фәндәре докторы, уның атаһы Шәрифҡол – һуғыш ветераны, яу яланын взвод командиры дәрәжәһендә үткән. Булат Ишемйәров – Үтәғол ете йыллыҡ мәктәбендә директор вазифаһын биләгән, тәжрибәле етәксене аҙаҡ республикабыҙҙың Мәғариф министрлығына күсерәләр. Байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге мәктәптә лә директор булып эшләгән. Аҙаҡҡы йылдарын районыбыҙҙың ҡарғалы, Муйнаҡ мәктәптәрендә етәкселек иткән, үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә көсөн йәлләмәгән. Бөтә республикала танылыу яулаған йырсылар Лилиә һәм Фәриҙә Ишемйә­роваларҙың ҡартатаһы Зобханғол «Овцевод» совхозында управляющий булған. Марат Ишемйәров хеҙмәт биографияһының 27 йылын механизатор һөнәрендә ер эштәренә бағышлаған. БСТ телеканалы хәбәрсеһе Шамил Ишемйәров та ырыуының мәртәбәһен күтәрә. Жюри Ишемйәровтарҙың шәжәрәһен «Иң яҡшы тасуирлау» номинацияһында еңеүсе тип билдәләне.
Тәүге тапҡыр Шәжәрә байрамын билдәләүҙәренә ҡарамаҫтан, иҙелбәктәр был етди сараға әҙерләнеүҙә ойошҡанлыҡ күрһәткән. Ауылға нигеҙ һалыусы төп ырыу вәкилдәренән тыш, яҙмыш ҡушыуы буйынса совет дәүерендә күсеп килгән, хәҙер инде ошонда тамыр йәйгән Күсәков­тар, Байбулатовтар, Тоҡомбәтовтар аралары ла ҡан-ҡәрҙәштәрен оло табын­ға йыйҙы, балаларын үҙ-ара таныштырҙы, нәҫелдәренең арҙаҡлы улдарының фиҙакәр хеҙмәт юлын барланы, иҫкә төшөрҙө. Данлыҡлы малсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабир Күсәковтың нәҫел-нәсәбе уның шәжәрәһен төҙөп элгән.
– Беҙҙең ырыу башында йөҙбашы Туғыҙбай менән ҡатыны Барсынбикә торған. Улар граф Перовскийҙың әмере буйынса Яңыбай ауылына ебәрелгән. Уларҙан ҡотлозаман исемле ул тыуып, ир етеп, Гөлзифа исемле һылыу менән ғаилә ҡора һәм ҡороюл йылғаһы буйына килеп төйәкләнә. Нәҫелде дауам итеп, уларҙың өс балаһынан тыуған ҡот­логилде, Гөлъямал һәм Муллагилде менән Ғәзизәнән Камал, Ишғәле, Хәзирә, Нәбирә, Рамаҙан һәм Мөхәмәтғәли донъяға килгән. Хеҙмәт батыры Сабир Күсәковтың шәжәрә тамыры шулай ишәйеп китә, – тип сығыш яһаны мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән Рәзилә Төрөпҡолова. Ул да ошо аранан. Күсәковтарҙың хәҙерге быуыны мәктәп музейына «Орденлы яҡташтарыбыҙ» күргәҙмәлеген бүләк итте. Байбула­товтар төҙөгән шәжәрә «Иң үҙенсәлеклеһе» номинацияһында еңде.
Сығышы менән ҡужанаҡтан булған Тоҡомбәтов­тарҙың арҙаҡлы вәкиле Ғәй­нислам Мөхәмәтғәли улын да тормош һуҡмағы Иҙелбәк ауылына 1960 йылда илткән. Ул 1937 йылда ҡыҙыл Армияға алына, хеҙмәте аҙағына яҡынлашҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Белоруссия фронтында баҫҡынсылар­ға ҡаршы алыштарҙа өлкән лейтенант дәрәжәһендә взвод менән етәкселек иткән. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. «Йыл һайын билдәләнгән Еңеү көнөндә ул бигерәк тә «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалын ҡулына алып, һуғыш хәтирәләрен иҫләп илаған», – тип һөйләне ейәне Алик Әсхән улы. Сибай ҡалаһы прокуроры вазифаһын биләгән Әсхәт Тоҡомбәтов мәктәп музейына «Арҙаҡлы шәхестәр», «Гүзәл тәбиғәт күренештәре» тип исемләнгән фотоальбомдар бүләк итте. Ғөмүмән, Тоҡомбәтовтарҙың ырыуына хәрбилек хас. Мәҫәлән, Фәтхлислам Ғәйнислам улы ла БР эске эштәр министры урынбаҫары, БР-ҙа кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаларын биләгән. Бөгөн дә ошо эштә иленә хеҙмәт иткән Тоҡомбәтовтарҙы эске эштәр органдарында осратырға була. Ә Әсхән Ғәйнитдин улы 37 йыл урман хужалығында эшләгән, урмансылар династияһына башланғыс һалған. Хәҙер уның эшен улы Алик дауам итә. Тоҡомбәтовтарҙың шәжәрәһе «Тамыры иң тәрән өйрәнелгән» номинацияһында билдәләнеп, 3-сө урынға сыҡты.
– Совет дәүерендә «бәләкәй ха­лыҡтар»ҙың тарихы инҡар ителеп, уҡыу йорттарында өйрәнелмәһә лә, халыҡ хәтере барыбер үҙенең үткәнен һаҡлай, нисек кенә уны онотторор­ға теләһәләр ҙә, уны белеүселәр табыла. Эйе, бөйөк халыҡтың тарихы данлы, ул алтын бөртөктәренә бәрәбәр һәм ҡасан да булһа беҙҙең дә ҡаһарман шәхестәребеҙҙең азатлыҡ көрәше үҙ баһаһын лайыҡлы алып, изге исемдәре иленә ҡайтыр. Бына ни өсөн Шәжәрә байрамдарын билдәләү мөһим. Уны байрам тип атау бигүк дөрөҫ тә булмаҫ. Тарихи асылыбыҙҙы юғалтмауҙа, телебеҙҙе, тимәк, милләтебеҙҙең ҡеүәһен күтәреүҙә мөһим бер тәрбиәүи сара булып тора ул. Сөнки, тарихты яҡшы өйрәнеү, белеү генә милләттәштәребеҙҙең рухын үҫтерә, илһөйәрлекте күтәрә. Бөгөн нәҡ ошо сифаттарҙы үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың аңына һеңдереү – һәр ата-әсәнең изге бурысы.
Эйе, Иҙелбәк ауылында ойошто­рол­ған Шәжәрә байрамы, ул ниндәй генә замана ҡаршылыҡтарына тап булмаһын, мәҫәлән, аҡсаһыҙлыҡ, уны үткәреүҙең бюджеттан финанс­ланмауы һ.б., яҡшы килеп сыҡты. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә сығыш яһап, хеҙмәт ветераны Таһир ағай Дәүләтбәков: «Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, был осраҡта ул бөтөнләй төйөр­һөҙ килеп сыҡты», – тип бик тапҡыр итеп үҙ баһаһын бирҙе, байрамдың уңышлы үтеүенә ишара яһап.
Тимәк, ойоштороусыларҙың бар тырышлығы тиккә булмаған. Сөнки улар тейешле урында, кәрәк ваҡытта тупланып, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алған. Халҡы өсөн эшләгәндәрҙе халыҡ күрә шул. ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһендә етәкселектә тап шундай кешеләр эшләй ҙә.
Туғыҙ быуын усаҡ  яҡҡан был ерҙәБайрамды үткәреүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән етәкселәр Р. Дә­минев (райпо), Илфат Мәһәҙиев («Универсал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Айҙар Мөхәмәтйәнов (район мәҙәниәт бүлеге), Нәзирә Кәримова (үҙәк китапханалар селтәре), Артур Дәүләтбәков («Йәшлек» гәзите), Ришат ҡыуатов (Байыш ауыл биләмәһе башлығы), эшҡыуарҙар Камил һәм Борис Дәүләтбәковтар (ҡыуандыҡ ҡалаһындағы «Мастер» магазины), урындағы эшҡыуарҙар Эльвира Жубатова, Гөлниса Бикмөхәмәтова, Вилдан һәм Фидан Йәркәевтар, Зилә Арыҫлангәрәева, Фидан ҡансурин, Марсель ҡол­сурин, Александр Шонгин халыҡ ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ. Сәсән телле шағир Александр Скрипачев һәр алты ырыуға бағышлап дүрт юллыҡтар сығарған. Ойоштороу комитеты ағзалары улар­ҙың барыһына ла гәзит аша рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе үтенде һәм беҙ уны ихлас күңелдән үтәйбеҙ. Афарин, иҙелбәктәр!
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Шәжәрә байрамын үткәреүҙә көс һалған һәр әүҙем ойоштороусыға ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, бағыусы­лар­ҙың бүләктәре тапшырылды.

Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.

Йомабайҙың немец самолеты көпшәһенән эшләгән ҡурайы бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә

Туғыҙ быуын усаҡ  яҡҡан был ерҙәБөйөк Ватан һуғышында башҡорт яу­гир­ҙарының ҡул аҫтында булған көпшәләр­ҙән ҡурай эшләп уйнауы хаҡында күп тапҡыр ишеткән булды. Шәжәрә байрамында ла Йомабай ҡурайсы хаҡында һөйләй башлағас, тәүҙә, ҡалай килештереп, үҙҙәренә тап килтереп, һөйләйҙәр, тип, иғтибар ҙа итмәнек. Ә бына йәш кенә ҡурайсының ҡулындағы ҡурайын күргәс...
Йомабай Дәүләтбәков 1943 – 46 йыл­дар­ҙа һуғышта ҡатнаша. Кем булып, ҡайҙа һуғышыуы хаҡында тәфсирләмәйенсә, шуны ғына билдәләп үтке килә – ул бәреп төшөрөлгән немец самолетынан көпшә алып, ҡурай эшләй һәм шунда уйнап йөрөй. Һуғыштан һуң да был шөғөлөн ташламай. Ә немец ҡурайы иһә бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Һеҙ һүрәттә күргән Розалия Дәүләтбәкова – уның ейәнсәре әйтеүенсә, тәүҙә ҡурайға бик иғтибар итеүсе булмаһа ла, бөгөнгө көндә был музыка ҡоралы – иң ҡәҙерле ҡомартҡы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға