«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сабаҡкүлдә гөрләне һабантуй



02.07.2011 Сабаҡкүлдә гөрләне һабантуй

− ҡарале, ҡарале, ыһ та итмәй шыуғаҡ ҡолғаға менә! Ай-һай, бигерәк сос, таһыллы икән!
− Эй, һин, ипләберәк! Нығыраҡ йәбеш, осоп төшмә!
− Аяҡтарың менән тотон!
Йылғыр егет бер кемде лә ишетмәйенсә, маймыл кеүек ел­дереп менде лә, вертикаль ҡолға башына ултырып, тантаналы рәүештә ҡулдарын йәйҙе, нимәлер тип ҡысҡырҙы. Шунан һуң шәп кенә килеп тә төштө:
− Йә, тағы кем?
Сабаҡкүлдә гөрләне һабантуйӘле генә кемуҙарҙан уға нисек менергә өйрәткән тамашасылар шымып ҡалды, йәшенде, тик берәү генә тиктормаҫ телен тыя алмай, һаман шапырынды:
− Мин менер инем дә ул, тик миңә ярамай бит әле. Юғиһә күрһәтер инем...
− Эйе шул, күрһәтер инең, − тип күңелле көлөштө тирә-яҡтағылар. Ирекәй үпкәләмәне, түбәһенән осоп төшөп барған кепкаһын ғына маңлайына батырыбыраҡ кейеп ҡуйҙы. Хәйер, Сабаҡкүл янындағы сәскәле иркен яланда Силәбе өлкәһенең һабантуйы гөрләгәндә үпкә, асыуға урын ҡаламы инде ул?! Ямғырлы йонсоу көн дә, аяҡ аҫтында шаптырлаған батҡаҡ та халыҡтың кәйефен төшөрә алманы. Киреһенсә, ямғырҙы яҡшыға − мул уңышҡа юранылар. Быны ҡунаҡтар ҙа билдәләне. Республика Хөкүмәтенең рәсми делегацияһын етәкләгән Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Азамат Илембәтов, һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизовҡа, ҡоншаҡ районының почетлы гражданы Мөнир Шаһиевҡа, Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллинға һәм башҡаларға Хөрмәт грамоталарын тапшырҙы. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, Силәбе һәм ҡурған өлкәләре мөфтөйө Ринат хәҙрәт Раев, Силәбе епархияһы сәркәтибе протоиерей Игорь Шестаков, Татарстан вәкилдәре лә барыһын да ҡотлап, изге теләктәр теләне. Силәбе өлкәһенең көрәш федерацияһы президенты Морис Йосопов һабантуй үткәреүҙә ярҙамдары өсөн өлкә хөкүмәтенә һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт әйтеп, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән спортсылар­ға, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, көрәшсе Марсель Йосоповҡа Харис Йосопов исемендәге премияны тапшырҙы.
Сабаҡкүлдә гөрләне һабантуйҡотлауҙар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен бүләкләүҙән һуң, бер юлы өс майҙансыҡта артис­тарҙың сығышы башланды. Һабантуйҙың төп сәхнәһендә «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамбле һәм «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, Силәбенең «Айгөл», «Миләш» коллективтары сығыш яһағанда тамашасылар тыныс ултыра алманы: берәүҙәр йырсыларға ҡушылып йырланы, икенселәрҙең аяҡтары үҙенән-үҙе тыпырланы, өсөнсөләр «афарин»дан һалдырып, сәпәкәй һуҡты.
Башҡорт йәштәре союзы «Айыҡ һабантуй өсөн» акцияһын ойошторҙо: йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға саҡырып, халыҡҡа кескәй генә флагтар таратты. Араҡы, һыра, шарап урынына йәштәр буҙа һәм ҡымыҙ тәҡдим итте.
− Буҙаны Учалы районының Мулдаҡай ауылында йәшәгән өләсәйем, Мәҙинә Хисаметдинова әҙерләне, − ти Инвир Хисаметдинов. − Уның буҙаһы гел дә тәмле була, һәр кем яратып эсә.
Әйткәндәй, бер ни тиклем ваҡыттан һуң буҙа ҡойолған биҙрәләр бушаны. Әлфир Илбаҡтин менән Лилиә Мөхәмәтова башҡортса яҙыулы футболка, кепкалар һатҡан ыңғайы Инвир Сәфәрҙән килтерелгән шифалы ҡымыҙҙы ла маҡтай-маҡтай «осорҙо».
− Беҙ бында рәхәтләнеп ял итәбеҙ, − тип Силәбе ҡалаһынан килгән Марина Никкель, Людмила Ушакова һәм Евгения Рослякова тәьҫораттары менән бүлеште. – Наталья Коптева ойошторған төркөмдәргә тупланып, төрлө фестивалдәргә, халыҡ байрамдарына шулай йыш йөрөйбөҙ. Милли йолалар, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышыу ифрат оҡшай. Әйткәндәй, Өфөгә лә экскурсияға барҙыҡ. Бик гүзәл, таҙа, йәшел ҡала! Унда алтаҡталарҙың башҡорт һәм рус телендә яҙылыуы ла, урамда иҫеректәрҙең булмауы ла һоҡландырҙы. Әле бына башҡорт йәштәренең айыҡ һабантуй үткәрергә тырышыуы ла ныҡ ҡыуандыра. Башҡалар ҙа уларҙан өлгө алһын ине.
Әллә күпме халыҡ өйөлгән майҙанда, әлбиттә, һабантуйҙың төп күрке - көрәш ҡыҙғайны. Баш судья Жәлил Йосопов ярыш барышын иғтибар менән күҙәтте, тамашасылар туғандары, таныштары өсөн көйҙө, ҡыуанды, борсолдо. Бында ла «өйрәтеүселәр» байтаҡ:
− Дөрөҫ тотманың бит! Өҫтәрәк тот таҫтамалыңды!
− Һуң ни эш­ләй­һең һин, ә?! Киҫкенерәк ҡыланырға кәрәк!
− Эй, йәштәр көрәшә беләме ни. Ә бына беҙҙең заманда, ә бына беҙ.. − артабан шәхси тормоштарынан батырлыҡтар тасуирланды.
Пенсионер Юрис Ғайсин иһә өндәшмәй генә батырҙарҙың алышын ҡарап ултырҙы:
− Нимә генә тимәһендәр, көрәш бик матур спорт төрө!
Башҡорт батыры Эль­брус Ниғмәтуллин командаһының сығышын ҡара­ғанда ла халыҡ зыҡ ҡупты: стронгмендар сиратлап елле трактор тәгәрмәсен күтәрҙе, ауыр герҙәр менән еңел генә уйнаны. ҡоншаҡ районының ҡобағош ауылынан килгән Мәрйәм Зиннәтуллина менән Зөлфиә Маликова һоҡланыуҙан тел шартлатты:
− Беҙ һабантуйҙа беренсе тапҡыр, шул тиклем ҡыҙыҡ булыр, тип уйламағайныҡ, әлдә килгәнбеҙ!
Һабантуй яланы ысынлап та гөрләне: концерттар, ат сабышы, тоҡ менән һуғышыу, армрестлинг, волейбол, балалар һабантуйы – йәнең теләгән ярыш, тамаша! Халыҡ, бер нәмәнән дә ситтә ҡалмаҫҡа тырышып, оло яланды геү итеп, бер мөйөшөнән икенсеһенә йүгерекләне. Ул арала «Иң яҡшы тирмә» конкурсының еңеүсеһе билдәле булды − Сосновка райо­ны башҡорттары ҡоролтайы тирмәһе ине ул. Ғөмүмән, һабантуй ҡунаҡтары тирмәләргә йыш күҙ һалды, айырыуса башҡорттарҙыҡына юл ныҡ таҡырайҙы.
− Инәйемдең тап ошондай ҡул тирмәне була торғайны, − тип Рабиға Хәйретдинова хәтирәләргә бирелде. – Талҡандан бешерелгән бутҡаның тәмлелеге…
Ул әхирәте Мәсүәрә Сәйфуллина менән бойҙай ҡурмасын да ашап ҡарамай түҙмәне: «Әйтерһең дә, бала саҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ». «Байрамғол» агрофирмаһы ҡымыҙынан ауыҙ иткән татар ҡатыны Зәйнәп Мордовцева ла йәштәрҙең милли йолаларҙы тергеҙеүенә ҡыуанысын белдер­ҙе: «Тамырҙарыбыҙҙы оноторға ярамай». Учалы ауылы умартасылары Әлфиә һәм Мөҙәрис Хәзетдиновтар ҡыҙыҡһыныусыларға бал ҡорттары тураһында тәфсирләп һөйләне, хуш еҫле бал һатты. Ғөмүмән, күптәрҙең әйтеүе буйынса, Учалы «йорто» барыһына ла оҡшаған: «Хазина» фольклор төркөмө сығышы, боронғоса итеп йыйыштырылған тирмәләр, телде йоторлоҡ милли аш-һыу һәр кемдең хәтерендә ҡалған.
Яланда һабантуй ҡыҙғас, күк йөҙө лә болоттар­ҙан әрселде. ҡайтҡанда башҡорт, татар, рус телендә башҡарылған йырҙар, таҡмаҡтар беҙҙе оҙаҡ оҙата барҙы:
Бейегәнең булмаһа ла,
Матур бейейһең әле.
Әлләриә, гөлләриә,
Матур бейейһең әле.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға