«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хроник сирле чиновник эштән ҡыуыласаҡ?!



02.07.2011 Хроник сирле чиновник эштән ҡыуыласаҡ?!

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт хеҙмәте тураһындағы фе­дераль законға үҙгәрештәргә ҡул ҡуйҙы. Бынан ары оҙаҡ ауырыусы чиновникты эшенән ебәрергә рөхсәт ителә.
Әгәр түрә дүрт ай буйы эшендә килеп күренмәй, сырхаулап ята икән, дәүләт структураһы уның менән төҙөлгән контрактты өҙә. Утһыҙ төтөн булмай, тиҙәрме әле? Тимәк, бар шундай «ыслабый»ҙар. Әлбиттә, ҡыуылған чиновник был осраҡта дүрт ай хеҙмәт хаҡына торошло компенсация ла аласаҡ. Кремль быны үҙе гарантиялай.
Шуны ғына иҫтә тоторға кәрәк: һөнәре буйынса сиргә тарып йә вазифаһын башҡарыуҙа зарарланып «больничный»ҙа оҙаҡ ятҡан начальник ҡурҡмаһын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға