«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иң ҙур байлыҡтары – балалары



02.07.2011 Иң ҙур байлыҡтары – балалары

Ер йөҙөндә әсәйҙән дә бөйөк, илаһыраҡ зат юҡтыр. Тереклек, кешелек бишеге, донъя тотҡаһы − гүзәл заттарҙа. Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Республика йортонда БР Президенты ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алған әсәләр ҙә үҙҙәренә ҡарата булған хәстәрлекте, хөрмәтте бүләкләү тантанаһында ла тойғандыр. Абруйлы исемгә республиканың район-ҡалаларынан килгән 60-тан ашыу әсә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында һауынсылар, икмәк бешереүселәр, почтальондар, социаль хеҙмәткәрҙәр кеүек һөнәр эйәләре менән йорт хужабикәләре лә бар.

Иң ҙур байлыҡтары – балаларыӘсәйҙәрҙе оло бүләккә лайыҡ булыуҙары менән тәбрикләп, республика башлығы Рөстәм Хәмитов: «Һеҙ, һис шикһеҙ, был бәләкәй генә награданы алыуға лайыҡһығыҙ, күп балалы ғаилә булдырыуҙағы тырышлығығыҙҙы беҙ юғары баһалайбыҙ. Беҙ биргән награда − һеҙҙең бөйөк һәм күренеп бармаған хеҙмәтегеҙгә оло баһа. Республика артабан да күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә иғтибар бүләсәк», − тип билдәләне.
Президенттың әйтеүенсә, өс бала тәрбиәләгән ғаиләләргә төҙөлөш өсөн ер участкалары бүлеү тураһында закон камиллаштырылыу өҫтөндә. Балалар баҡсалары төҙөлөшө өсөн бюджеттан 9 миллиард һум аҡса бүленгән.
Түштәренә тантаналы шарттарҙа Президент ҡулынан миҙал алып таҡҡан әсәләрҙең йөҙө ҡояштай балҡыны. Бәхетле миҙгелдәр кисергән гүзәл заттарҙың күңелдәре тулы һөйөнөс ине. Улар республика башлығына әсәләргә ҡарата хәс­тәрлеге, хөрмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтергә онотманы. Ейәнсура районының Юл­даш ауылынан килгән Зилбәр Солтанғужина − 5 бала әсәһе. Дүрт малай һәм бер ҡыҙ үҫтерә.
«Үҙем балаларҙы ныҡ яратам. Улар булмаһа, күңелһеҙ, донъяның ҡото, йәме лә булмаҫ ине. Ауылда колхоз бөттө, эш юҡ. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Мал ҡарайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Шәл бәйләп һатыу ҙа донъя көткәндә ныҡ ярҙам итә», − ти ул. Баҡалы районынан килгән 5 бала әсәһе Венера Михеева ла үҙенең донъялағы төп тәғәйенләнешен әсә булыуҙа, балалар үҫтереүҙә күрә. «Донъя малы йыймайбыҙ, булған ғына бар байлығыбыҙ − балаларыбыҙ», − ти ул ғорурлыҡ менән.
Йәмғиәт һәр саҡ Әсә, ғаилә усағын һаҡлаусы алдында бурыслы. Уларҙың күҙҙәрендә һәр саҡ нурҙар балҡып торһон, бәхет-шатлыҡ йәнәшендә йөрөһөн өсөн хәстәрлек солғанышында йәшәү ҙә мөһим.
Күп бала табып үҫтереүгә йөрьәт иткән әсәләрҙең бала бағыу хеҙмәте лә оло батырлыҡ.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға