28.06.2011 Башҡортостан эҙәрмәндәре – беренсе
Башҡортостан эҙәрмәндәр отряды «Мемориал – 2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Хәбәрһеҙ юғалған Ватанды һаҡлаусыларҙы эҙләүҙең инновациялы технологиялары» экспозицияһы менән 105 ҡатнашыусы араһында тәүге урындарҙы яуланы.
Беҙҙең эҙәрмәндәр тәҡдим иткән ысулдар Рәсәйҙең 40 төбәгенән килгән вәкилдәрҙе генә түгел, ә Молдова, Германия, Чехия, Словакия, Австрия, Бөйөк Британия эҙләүселәрен дә ҡыҙыҡһындырҙы. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Башҡортостан экспозицияһы 14 тематик стендтан торҙо һәм күргәҙмәлә иң ҙур майҙанды биләне. Мәскәүҙең «Манеж» күргәҙмә залына был көндәрҙә 15 меңдән ашыу кеше килгән.
БР Төбәк эҙәрмәндәр отряды фонды 2002 йылда төҙөлгән. Туғыҙ йыл эсендә 20 отряд барлыҡҡа килгән, улар Ленинград, Новгород, Смоленск, Волгоград, Мәскәү, Курск өлкәләренә, Краснодар крайына 50-ләгән экспедиция ойошторған. Бында 500-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент ҡатнашҡан. Эҙәрмәндәр 700-ҙән ашыу һалдат һәм офицер кәүҙәләре ҡалдыҡтарын табыуға өлгәшкән, республиканан ун хәрбиҙең һәм һуғышта бәреп төшөрөлгән дүрт самолеттың яҙмышы асыҡланған. Фонд биш документаль фильм да төшөргән. «Хәтер таҫмаһы» («Лента памяти») тип аталғаны 2007 йылда Халыҡ-ара документаль фильмдар фестивалендә дүртенсе урынды яулаған. Беҙҙең эҙәрмәндәр хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү өсөн яңынан-яңы технологиялар уйлап сығарыу менән дә шөғөлләнә.