28.06.2011
Минең шәжәрәм
Шәжәрә − ул изге һүҙ,
Ете быуынды белеү.
Ғаиләңдең тамырҙарын
Ҙур ағас итеп теҙеү.
Ата-баба васыятын
Һис ҡасан онотмайыҡ,
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы
Бик ҡәҙерләп һаҡлайыҡ.
Булат Солтангәрәевтың 10-сы синыфта уҡығанда яҙған “Минең шәжәрәм” исемле мәҡәләһе
«Һинең олатайың һәм өләсәйең кемдәр, улар нимә менән шөғөлләнгәндәр?» Ошо һорау һеҙгә ҡыҙыҡ түгелме? Ә миңә бик тә ҡыҙыҡ. Кем ул минең ете быуын элекке ата-бабам? Улар нимә менән шөғөлләнгән? Үҙеңдең үткәндәреңде тергеҙеү, уны өйрәнеү, тарихың менән ҡыҙыҡһыныу йәшәйешкә яңы мәғәнә өҫтәй, яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр аса.
«Шәжәрә» һүҙен ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел», «генеалогия» (ырыу тарихы) тигәнде аңлата.
Минең атайым Әмир Миһран улы Солтангәрәев атаһы, йәғни олатайым Миһран Ноғман улы менән үҙ нәҫеле өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур эш башҡара. Улар 1964 йылда Солтангәрәевтарҙың шәжәрәһен төҙөү өҫтөндә эш башлай. Эҙләнеү эштәре алып баралар, архив материалдарын файҙаланып, ололарҙан һорашып, Солтангәрәевтарҙың ун ике быуынға тиклем, хатта унан да күберәк тармаҡтарын табалар, өйрәнәләр. Солтангәрәевтарҙың шәжәрәһе Башҡортостан Үҙәк дәүләт архивының 1816, 1834 йылғы перепись материалдары ярҙамында 1984 йылда төҙөлә, 1994 йылда уға төҙәтмәләр индерелә. Тағы ла 2004 йылда яңы быуын менән тулыландырыла. Шәжәрә ағасының тамырында Абдулла тора. Ул Баймаҡ районының Темәс ауылында, Уҡлыҡая, (Ғафури районының Ташаҫты һәм Имәндәш ауылдары эргәһе), Урал итәге (Күгәрсен районы), Никитинко ауылы эргәһе (Ырымбур өлкәһе), Урай йылғаһы башы (Көйөргәҙе районы), «ҡурайлы Муйыллы» тигән ерҙә (Зәк-Ишмәт ауылы эргәһе), Андреевка ауылы урынында Таймаҫтан 7 саҡрым, Таймаҫта 1795 йылда 27 өй, 160 кеше йәшәгән. Абдулланың улы Солтангәрәй, уның улы Ишмөхәмәт ошонда ғүмер итә.
Тарих, киләсәк быуындар тураһында тәрән уйланыусан, йүнсел һәм үтә изгелекле, бөтә ғүмерен халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булған олатайым Миһран Ноғман улының үҙе был донъянан китерҙән алда башҡарған эше оло маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең шәжәрә ағасыбыҙ шундай бай һәм сағыу япраҡтарҙан һығылып тора, унда яңынан-яңы исемдәр алтын хәрефтәр менән яҙыла бара. Нәҫел ағасыбыҙ нурланып, яҡтыға саҡыра.
Олатайымдың оло улы Азат 1978 йылдың 2 февралендә Алыҫ Көнсығышта пограничник булып хеҙмәт итә, тыуған яғына ҡайтырға көн ярым ғына ҡалғанда һалдат һәм гражданлыҡ бурысын үтәп, батырҙарса һәләк була.
Башҡорт халҡында «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән тапҡыр мәҡәл бар. Ул тап минең атайым кеүек кешегә әйтелгән. Сөнки уның белмәгән эше юҡ: ҡурайҙа, гармунда, баянда өҙҙөрөп уйнау менән бергә рәссам да, бер нисә дәреслектең авторы, юридик һүҙлектәр төҙөй, китап-редколлегияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, республикабыҙҙың төп закондарын эшләүҙә ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр кандинаты.
Беҙҙең нәҫел ағасыбыҙҙы Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәевтың исеме биҙәй.
Олатайымдың ике туған ағалары Нурғәле (1923 йылғы) Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Эстонияның Кахтло-Ярви ҡалаһында 26 йыл буйына ҡаланың район советы президиумы рәйесе, ә Тимербай бабай (1922 йылғы) Литвала Шевели ҡалаһында 1947 йылдан 1969 йылға тиклем ҡала партия комитетының беренсе секретары була.
Башҡорт халҡы балаларына бәләкәйҙән үк, икмәк тәмен татый башлаған саҡтан алып, тыуған еренә, ата-бабалары тарихына ҡарата һөйөү хисе һеңдергән.
Солтангәрәевтарҙа ер, ил тойғоһо көслө, барыһы ла туған телен ярата. Шәжәрә ағасының һәр ботағы, һәр япрағы − үҙе бер тарих бите. Эш һөйөүсәнлек, ғәжәп киң күңеллелек, кешеләргә тик яҡшылыҡ эшләү, дуҫтарҙың, туғандарҙың ҡәҙерен белеү, ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү, ихтирамлыҡ, итәғәтлек билдәләре хас минең ата-бабаларыма, инәй-өләсәйҙәремә.
Үҙ шәжәрәбеҙгә вайымһыҙ булмаҫҡа кәңәш итә олатайым. Тамырҙарыбыҙҙы онотһаҡ, халҡыбыҙ ҙа бөтөр, башҡорт иле лә булмаҫ, үҙ телебеҙҙә уҡый ҙа алмабыҙ, китаптар, гәзит-журналдар ҙа баҫылмаҫ, сәнғәтебеҙ һүнер. Беҙ быға битараф ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Сөнки киләсәк – беҙҙең ҡулда!
Булат СОЛТАНГӘРӘЕВ,
10-сы синыф уҡыусыһы.