«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юл аҙабы – гүр ғазабы



25.06.2011 Юл аҙабы – гүр ғазабы

Юл аҙабы – гүр ғазабыЮл төҙөү бик ҡиммәт. Киң һыҙыҡлы юлдар­ҙың бер саҡрымын төҙөү АҡШ-та – 6, Европа илдәрендә 7 миллион долларға төшә икән.
Ә Рәсәй барыһынан да арттыра, бер саҡрым юл төҙөүгә беҙҙә 45 миллион доллар аҡса сарыф ителә. Илебеҙҙә эш хаҡының сама менән ун тапҡырға кәмерәк булыуын да иҫәпкә алайыҡ. Юлдарыбыҙ “алтын ялатылып” һалына тиерһең. Йәнә шуныһы ҡыҙыҡ: әгәр юл уртаса ике йыл төҙөлә икән, шул юл үтәсәк ерҙе һатып алыу һәм әҙерлек эштәре беҙҙә өс йылға һуҙыла.
Премьер-министр Владимир Путин юл төҙөлөшөндә революцион саралар тәҡдим итте. Әйтәйек, сит илдәрҙә юл төҙөүселәр 15 – 30 йыл һуҙымында ошо юлдың торошо өсөн яуап бирә, хәҙер беҙҙә лә ошондай тәртип буласаҡ. Юғиһә сит илдәрҙә юлдарҙы 15 йыллап ремонтһыҙ файҙаланалар, беҙҙә ике-өс йылға ла түҙмәй. Юлдар төҙөлөшөн финанслау ҙа ике тапҡырға артасаҡ.
Рәсәйҙә ике бәлә бар – насар юлдар һәм иҫәрҙәр, тигән бер аҡыл эйәһе. Һалған юлдары ике-өс йылға ла түҙмәгән, сит илдәрҙән алты-ете тапҡырға ҡиммәтерәккә эшләгән шул уҡ юлсыларға шул тиклем аҡса тоттороу үҙе үк иҫәрлек булмаҫмы икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға