14.09.2010 Хаҡтар «теҙгеләнәсәк»
Башҡортостанда социаль аҙыҡ-түлектең исемлеге төҙөләсәк. Был исемлеккә ингән аҙыҡтарҙың хаҡы артмаясаҡ.
Үткән аҙнаның аҙағында республика Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм сауҙа ойошмалары аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған хаҡтар тураһында уртаға һалып һөйләште. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һүҙ хаҡтарҙың туҡтауһыҙ артып тороуы хаҡында барҙы. Аҡ йортҡа Башҡортостандың һөт, ит, икмәк етештереүсе тармаҡтарының иң эре ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.
ҡоролоҡ Башҡортостан халҡына күп проблема килтерҙе. «Башҡортостанстат» биргән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән айҙа ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ – 31, картуфҡа – 28, ә инде онға 12 процентҡа артҡан.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Шамил Вахитов билдәләүенсә, хәҙер иң мөһиме – магазиндарҙа һатылған аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуын законлы юлдар менән туҡтатыу. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бойҙайҙы экспортҡа сығарыуҙы тыйыу, ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә бюджет кредиттары биреү хаҡтарҙың ҡырҡа артыуын туҡтатты. Юҡһа август айында улар ҡот осҡос тиҙлектә үҫкәйне.
Ентекләп фекер алышҡандан һуң эшҡыуарҙар «Хеҙмәттәшлектең дөйөм принциптары тураһында килешеү» төҙөнө һәм уға ҡул ҡуйҙы. Яҡын арала Башҡортостанда социаль аҙыҡ-түлектең исемлеге әҙерләнәсәк. Уларға өҫтәлгән хаҡтарҙың сиге билдәләнә.
Ошондай уҡ килешеү 31 августа Рәсәйҙең сауҙа селтәрҙәре араһында төҙөлгәйне.
Л. СОЛТАНОВА.