«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе... Өмөтләндерҙе...



25.06.2011 Был аҙнала беҙҙе... Өмөтләндерҙе...

Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы 2012 йылдың 1 июненән составында кодеин булған дарыуҙарҙы рецепт буйынса ғына һата башлауҙы ойошторорға вәғәҙә итә.
Кодеинлы препараттарҙы кешеләр синтетик наркотиктар әҙерләү өсөн ҡуллана. Дезоморфин әҙерләү өсөн наркомандарға әллә ни алыҫҡа йөрөргә түгел − йорт янындағы дарыуханаға ғына инеп сығыу ҙа етә. «Крокодил» исемен йөрөткән был афәт көндән-көн күберәк йәштәрҙе үҙенең һаҙлығына батыра. Быға тиклем кодеинлы препарттарҙы рецепт менән генә һата башлауҙың ваҡытын аныҡ әйтмәйҙәр ине. Хәҙер, исмаһам, аныҡ дата билдәле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға