«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе... Ҡайғыға һалды...



25.06.2011 Был аҙнала беҙҙе... Ҡайғыға һалды...

Иң ышаныслы һанал­ған Ту−134 самолетының һәләкәткә осрауы арҡаһында 45 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Әлеге ваҡытта фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау бара. Бөгөнгө көнгә бер ниндәй ҙә рәсми аңлатмалар бирмәй­ҙәр.
Шул уҡ ваҡытта күпселек сығанаҡтар, самолеттың аварияға осрауына кеше факторы − пилоттар ғәйепле, тип һанай. Әллә ни яңы булмаһа ла, авиацияла ышаныслы һәм ҡеүәтле булыуы менән билдәлелек яулаған судноның техник яҡтан төҙөк булмауына ышанмайҙар.
Шуныһы ла бар − был ваҡытта Петрозаводск ҡалаһында көн торошо ла осош өсөн әллә ни яҡшы булмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға