14.09.2010 Эшҡыуарҙарға ярҙам көтөлә
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты 13 сентябрҙән бизнестың башланғыс стадияһында субсидиялау буйынса бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының документтарын ҡарай башланы.
Мәҫәлән, страховка өлөшөн күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу буйынса сығымдар өлөшөн субсидиялау, энергия һаҡлау һәм электр селтәре хужалығы объекттарына тоташтырыу (100 кВт-ҡа тиклем) программаһын бойомға ашырыуға бәйле сығымдар өлөшөн субсидиялауға документтар Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 3-сө ҡат (БР-ҙың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды бинаһында) адресы буйынса сәғәт 9-ҙан 17-гә тиклем ҡабул ителә.
Р. БАЙЫШЕВА.