25.06.2011 РЮКЗАКТА – ПАЛАТКА, Ә КҮҘҘӘРҘӘ – ОСҠОН!
Их! Ниһайәт, эҫе көндәр башланды! Көттөрҙө, әлбиттә, әммә шулай ҙа тәбиғәт ыңғайланы тип әйтергә була.
Йәй – йыл буйы эшләгәндән һәм уҡығандан һуң ял итеп алыу осоро. Күпселек халыҡ ялын ошо миҙгелгә тура килтереп алырға тырыша. Әлбиттә, ял итеү бер ай буйы карауатта йоҡо һимертеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Хәҙер халыҡ әүҙем ял итеүҙе хуп күрә. Кемдер йылға буйлап аға, берәүҙәр мәмерйәләрҙе ҡарап йөрөй, икенселәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн алыҫ диңгеҙ буйҙарына ла юллана.
Әммә һәр рәхәттең бер михнәте булған кеүек, ял итеү осоронда, бигерәк тә тәбиғәттә, беҙҙе төрлө көтөлмәгән, күңелгә ятмаған, һаулыҡты ҡаҡшатҡан күренештәр ҙә һағалап тороуы ихтимал. Бигерәк тә белгестәр тарафынан ойошторолмаған, ҡырағай ял итеү урындарын һайлаусыларға иркенләп йөрөргә генә түгел, күп кенә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен дә иҫтә тоторға тура килә.
Һүҙҙе походтан башлағы килә. Хәҙер походҡа барыу өсөн таныш-тоноштарыңды барлау ҙа кәрәкмәй – туристарҙы берләштереүсе клубтар, сайттар әүҙем эшләй.
Иң мөһиме – походта үҙ-үҙеңде белеп, башҡаларҙы хөрмәт итеп йөрөү. Статистика буйынса, иң күп бәхетһеҙ осраҡтар походҡа сығыусыларҙың бер нисә төркөмгә бүленеп бөтөүе арҡаһында килеп сыға. Халҡыбыҙ: «Айырылғанды айыу, бүленгәнде бүре ашар», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул. Бик ҙур түрә булғанлығыңды ла, кешеләр менән аралашырға яратмағанлығыңды ла ваҡытлыса онотоп тор – бөтәһе менән бергә кәңәшләшеп, бер төптән ял итергә тура киләсәк.