21.06.2011 Һыу буйынДа һаҡ булығыҙ
Һыу инеү миҙгеле асылыу менән республикабыҙҙың яр буйҙарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшереүҙәр үткәргән. Билдәле булыуынса, бөгөн төбәктә яр буйында бөтәһе 67 ял итеү урыны бар. Шуларҙың Өфөлә урынлашҡан 11-е техник яҡтан тикшерелгән.
Дим районында Карьер күлендә, Киров районындағы Ағиҙел йылғаһы буйында «ҡояшлы» пляждары асылған. Шулай уҡ һыу инеү урындары Прибельская, Бельская урамдары районында әҙер. Октябрь районында йәшәүселәргә ҡашҡаҙан күлендәге «Сипайлово», ҡариҙел йылғаһындағы «Сипайлово Сочиһы», Ленин районында «Затон» һәм «Сафронов пристаны» пляждарында ял итергә мөмкин. Йөҙөргә яратыусылар Калинин районындағы Йылы күлендәге «ҡомло» («Песчаный») пляжында ла һыу инә ала.
Әммә пляждар әҙер булыуға ҡарамаҫтан, бәхетһеҙлектәр йыш осрай. Ошо йылдың башынан алып республика һыу ятҡылыҡтарында 18 кеше һәләк булған, шуларҙың бишәүһе – балалар. Бындай аяныс хәл һыу инер өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа, иҫеректәрҙең йылғаға төшөүе арҡаһында килеп тыуа. Ә балалар ололар иғтибарынан ситтә ҡалыуы сәбәпле үлемгә дусар була.
– Махсус урындарҙа ғына һыу инегеҙ. Бәләкәй судноларҙа махсус жилеттарһыҙ йөрөү, һыуға ҡапыл сумыу, судноларға яҡын йөрөү, өрөп тултырмалы матрастарҙа йәки камераларҙа ярҙан алыҫҡа китеү тыйыла. Ата-әсәләр яр буйында балаларын һәр саҡ иғтибарҙа тоторға тейеш, – тип кәңәш итә МЧС хеҙмәткәрҙәре.
Э. ИШЕМОВА,
БДУ студенткаһы.