21.06.2011 БАЛА САҒыбыҙҙЫ һУҒЫШ УРЛАНЫ
һуғышҡа бәйле иҫтәлекле көндәр етә башлаһа, йыш ҡына әсәйем, бала саҡ иҫкә төшә. Үҙем инде мәрхүмә әсәйемдең йәшен үтеп киттем. Иптәшем Тимерғәли менән ун бала үҫтерҙек.
Атайлы бала – арҡалы, тиҙәр, ә беҙҙең арҡа терәр кеше булманы. Донъя ауырлығы мәрхүмә әсәйем иңенә төштө. Беҙ ҙә иртә өлкәнәйҙек. Һуғыш башланғанда миңә ни бары дүрт йәш булған, ә иң кесебеҙ Сания әсәйемдең ҡорһағында ҡалған, атайым киткәс, июль айында тыуған. Атайым Ишмырҙаны һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алалар һәм Стәрлегә әҙерлек үтеү өсөн ебәрәләр. Брәтәк ауылы аша китәбеҙ, тигәс, әсәйем, әле 40 көнө лә тулмаған Сания һеңлемде күтәреп барып, хушлашып ҡала. Был август айында һуңғы осрашыуҙары була. Бер йыл үткәс, фронттан «ҡара ҡағыҙ» килә. Атайым һуғышҡа киткәс, әсәйемде уның урынына урман ҡарауылсыһы итеп эшкә алалар. Ул был эштә Ғаффар ағайым армиянан ҡайтҡансы эшләне. Әсәйемдең эшен артабан ағайым пенсия йәшенә еткәнсе дауам итте. Әсәйебеҙ беҙҙе, дүрт балаһын ас-яланғас итмәҫ өсөн бөтә көсөн, йөрәк йылыһын бирҙе
Шуныһы үкенесле: ҡыуанып, инде 70 йәшен үткәрәбеҙ, тип йөрөгәндә, юбилейына бер аҙна ҡалғас, 1986 йылда әсәйем ҡапыл мәрхүмә булды.
Әсәйем беҙҙе аҡтан өҙмәне. Ат аҫрарлыҡ хәл булманы, ә бына бесәнде нисек алып ҡайтыуыбыҙ һаман иҫтә. Ғаффар ағайым менән бесән һөйрәйбеҙ. Бер ҡалҡыулыҡты сығарып, икенсеһенә тағы тейәп сығарабыҙ – көслө ел осороп тик тора. Мин – санала, ағайым тейәй. «Атайым ҡайтһа, былай итеп йөрөмәҫ инем», – тип илай башланы Фәүзиә апайым. «Ул тиҙ генә ҡайтмай бит, әйҙә, тейәйек тә ҡайтайыҡ», – тим.
Ағай армияға китте. Әсәй эштән бушамай. Утын ташыу беҙҙең елкәлә. Балта үтмәй, бәләкәй санаға турап тейәйбеҙ. Табына тиклем ҡалдырмайбыҙ. Бесәнде ҡышҡа етерлек ташый алмаған саҡтар ҙа булды. Март айында һыйырҙы сиратлап урманға алып барып ашатабыҙ. Төшкә тиклем мин барам, мәктәптән ҡайтҡас, ағайым китә. Урмандан буш ҡул менән ҡайтмайбыҙ – өләсәйем бесән күтәртеп ҡайтара. Атларлыҡ түгел, аяҡ бата.
Беҙҙең ас-яланғас булмауыбыҙ әсәйемдең тырышлығынан бәйле ине. Ул шул тиклем сабыр холоҡло, кешелекле, асыҡ йөҙлө булды. Бар булмышы – кешегә яҡшылыҡ, изгелек итеү. Өләсәйем дә (атайымдың әсәһе) беҙҙә йәшәне. Ул өйҙә үҙен хужа кеүек тотто. Әсәйем мәрхүмә унан ҡурҡа торғайны, уның рөхсәтенән тыш бер ни ҙә эшләй алманы. Әсәйем, балаларҙы туйғансы ашат, ҡәйнәм, тиһә лә, «батша» барыбер үҙенсә эшләне.
Бер ваҡыт ағайым өләсәйебеҙ өйҙә юҡ саҡта, күнәктән йәш ҡорот алып, беҙгә берәр ҡалаҡ ашатты. Шуның өсөн өләсәй беҙҙе туҡманы.
ҡар ирей башлаһа, әтлек, һарына, дегәнәк тамыры ҡаҙыйбыҙ. Әсәйемдең күңеле лә киң булды. Ауылға ҡырҙан уҡытыусылар килһә, йәлләп, фатирға индерә торғайны.
Инде ағайым да донъяла юҡ. Шәхси тормошо ла бик үкенесле булды: тәүҙә өс балаһын ҡалдырып, ҡаты ауырыуҙан еңгәбеҙ вафат булды. Икенсе тапҡыр өйләнеп, өс ул үҫтерҙеләр еңгәм менән. Ләкин әрменән ҡайтҡан улдарын эскән егеттәр туҡмап үлтерҙе. Чечня һуғышын үтеп ҡайтҡан улы Әнүәр инде өйләнеп, бер балаға атай булып, ҡыуанып йәшәп ятҡанда бесән ваҡытында ҡапыл вафат булды. Ике йыл үттеме-юҡмы, Ғәлиә еңгәм үлеп ҡалды, ә күп тә үтмәй, Ғаффар ағайым үҙе лә мәрхүм булып ҡуйҙы.
Ғаффар ағайымдың үлерҙән алда, 9 Майҙа, бейеүе күҙ алдымдан китмәй. Әллә үлерен белеп, шул көндө бейене лә бейене, осто ғына. Бөтә халыҡты шаҡ ҡатырҙы. Фәниә апайыма ла, Сания һеңлемә лә бала ҡайғыларын кисерергә тура килде. Бик һирәк осрашабыҙ. Осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Шуныһы үкенесле: ни бары дүрт синыф ҡына уҡый алдыҡ. Ситкә китеп, юғары уҡыу йорттарында уҡырға насип булманы. Шулай ҙа үҙемде бәхетһеҙ һанамайым. Ирем, гел ҡыҙ табаһың, тип бер һүҙ әйтмәне. Кейәүҙәре килһә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
Герой-әсә исеменә лайыҡ булдым. Балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне, гел маҡтау һүҙҙәре генә ишеттем.
Пенсияны ваҡытында килтереп бирәләр. Рәхмәт хөкүмәтебеҙгә, социаль хеҙмәткәр ҙә килә. Ауырып китһәк, медицина хеҙмәткәре дарыу, укол менән ярҙам итә. Хәҙерге заман йәштәренә әйтер һүҙем шул: тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, ололарға хөрмәт менән ҡарағыҙ. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе онотмағыҙ. Күгебеҙ тыныс булһын, ерҙә ҡабат һуғыш сыҡмаһын! Беҙ күргәнде башҡалар күрмәһен.
Фәүзиә КҮЛБАЕВА.
Бөрйән районы,
Ғәлиәкбәр ауылы.