«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Диңгеҙ флоты – уның булмышы



18.06.2011 Диңгеҙ флоты – уның булмышы

Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе Башҡор­тостан егеттәре байтаҡ. Ауырғазы районының Үтәй­мулла ауылында тыуып үҫ­кән I ранг капитаны Фларит Рәшит улы Иҫәнғолов та (яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов­тың ике туған ҡустыһы) Хәрби диңгеҙ флотында фиҙакәр хәрби хеҙмәте менән таныл­ған.
Күңелендә хәрби кеше булыу хыялын йөрөткән егет, 1970 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатында белем алғандан һуң, С. Киров исемендәге Юғары хәрби диңгеҙ училищеһының штурман факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, үҙенең артабанғы бөтә тормошон дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлауға арнай.
Офицер хеҙмәтен ул Төньяҡ флотының һыу аҫты кәмәләре дивизияһында, 670-се проектлы атом һыу аҫты кәмәһендә башлай.
Был проекттағы һыу аҫты кәмәләре ул йылдарҙа авианосецтарға етди ҡурҡыныс тыуҙыра. НАТО илдәре уларҙы «дәһшәтле йыландар» («гремучие змеи») тип йөрөтә. Бындай субмаринала беҙҙең конструкторҙар донъяла беренсе тапҡыр ҡанатлы ракеталарҙы һыу аҫтынан ебәреүсе ракета комплексын сафҡа индерә. Был бик мөһим: сөнки осҡан ваҡытта улар менән идара итергә кәрәкмәй, аттың да оноттоң. Ракетаның үҙтоҫҡаулы башы иҫәпләү техникаһы ярҙамында караптар төркөмөндәге төп сәпте үҙе һайлай һәм ракетаны уға ебәрә. Һыу аҫты кәмәһе атыу алыҫлығы 70 саҡрым булған 8 ҡанатлы ракета менән йыһазландырыла. Был «дәһшәтле йылан» һиҙҙермәй генә авианосецтар төркөмө артынан бик оҙаҡ ваҡыт эҙәрләп бара һәм бойороҡ буйынса, йә һуғыш хәрәкәттәре башланыу менән ракеталар залпын башҡара. 3 – 4 минут эсендә ул төркөм составынан төп сәпте тулыһынса юҡҡа сығара. Ракеталарҙың осоу траекторияһы түбәндән, һыу өҫтөнә яҡын булғанлыҡтан, һыу өҫтөндәге караптарға үҙ-үҙҙәрен һаҡлауға бер мөмкинлек тә ҡалдырмай. Бына ошондай «К – 201» номерлы дәһшәтле карапта төрлө команда вазифаларында үтә уның офицер хеҙмәте.
Фларит Иҫәнғолов 1978 йылда атом һыу аҫты кәмәһендә Төньяҡ Боҙло океандың ҡалын боҙҙары аҫтынан Беринг ҡултығы аша Камчаткаға йөҙөп сыға. Унда Тымыҡ океан флотының авианосецтарға ҡаршы һыу аҫты кәмәләре дивизияһы булдырыла.
Хәрби диңгеҙ офицеры атом һыу аҫты ракета крейсерында, илебеҙҙең дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса махсус заданиеларҙы үтәп, Атлантик, Тымыҡ, Һинд океандарының алыҫ райондарына оҙайлы һәм уңышлы походтар яһай.
Караптағы хеҙмәтен тамамлағандан һуң, I ранг капитаны Ф. Иҫәнғолов оҙаҡ йылдар Обнинск ҡалаһының хәрби көстәр әҙерләү үҙәгендә эшләй. Ул бында яңы атом һыу аҫты кәмәләренең экипажын хәрби хеҙмәт серҙәренә өйрәтә, шул уҡ ваҡытта «Гранит» һәм «Антей» тибындағы һыу аҫты кәмәләрен һынауҙа ҡатнаша. Был типтағы кәмәләрҙең ҡанатлы ракеталарына авианосецтар һаман да ҡаршы тороу сараларын таба алмай әле.
1987 йылда Ф. Иҫәнғолов Хәрби диңгеҙ флотының офицерҙар төркөмө составында Һиндостанда «Чакра» тибындағы һыу аҫты кәмәләренең беренсе экипажын әҙерләүҙә ҡатнашты. Үкенескә күрә, Ф. Иҫәнғоловтың биографияһындағы бөтә этаптарҙы, эпизодтарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел.
Хаҡлы ялға киткәндән һуң элекке хәрби офицер Хәрби диңгеҙ флотының Обнинск ҡалаһындағы уҡыу үҙәгендә уҡытыусылыҡ эшен башҡара. Атаһының юлын бөгөн улы – Хәрби диңгеҙ флоты офицеры, капитан-лейтенант Александр Фларит улы Иҫәнғолов дауам итә.

Г. ИҪӘНҒОЛОВ,
БР-ҙың Архив эштәре буйынса идаралығының әйҙәүсе
эксперт-белгесе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға