20.06.2011 Заман журналисы заман менән бергә атлай
Республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Салауат районында тәүге һабантуйына йыйылып, төрлө спорт сараларында көсөн һынаны.
Быйыл мине күбәләктәрҙең күплеге хайран итте. Бер ҡасан да ул тиклем күбәләктәрҙең күпләп, хатта өйөр-өйөр булып осоп йөрөгәнен күргәнем юҡ ине. Салауат районында үтәсәк журналистар слетына китеп барғанда беҙҙе ап-аҡ ҡына тере сәскәләр юл буйы оҙатып барҙы.
Байрам буласаҡ яланға килеп ингәс тә, тәү башлап ҡаршы алыусылар шул нәфис күбәләктәр ине. Ә төрлө төҫтәре менән балҡып ултырыусы тирмә-палаткалар сағыу сәскәләрҙе хәтерләтте. Йомшаҡ йәшел үләнгә аяҡ баҫыу, иркә ел алып килгән сәскәләрҙең хуш еҫен тойоу, Йүрүҙән буйҙарын моңға сорнап яңғыраған музыканы ишетеү менән күңелгә байрам рухы инеп ояланы. Хәйер, был тойғо иртәрәк, юлда уҡ яралғандыр инде, әммә данлыҡлы батырыбыҙ, илебеҙҙең мәшһүр улы Салауат еренә аяҡ баҫҡас, нығынып, рухландырып ебәрҙе.
Яланда палаткалар байтаҡ ҡына теҙелеп киткәйне. Салауат районына һөнәри байрамдарын билдәләргә килеүсе республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән матбуғат хеҙмәткәрҙәре палаткалар ҡора, усаҡ янында ҡайнаша, табын әҙерләй, бәғзеләре үләнгә түшәлеп ултырып, күбәләктәрҙе, зәңгәр күкте күҙәтә. Рәхәт тәбиғәт ҡосағында. Күңелле. Тән дә, йән дә ял итә, һәр кем киләсәккә үҙенә көс туплай. Сәхнә янында байрамды ойоштороп йөрөүселәр генә тынғыһыҙ − сара нисек тә матур үтһен, тип тырышып йөрөүҙәре.
Бына алып барыусылар байрамды тантаналы асыу өсөн бөтәһен дә сәхнә янына саҡырҙы. Бында, баҡтиһәң, әллә күпме танышты, дуҫты осратырға мөмкин икән – ихлас йылмайыуҙар, ҡосаҡлашыуҙар, хәл белешеүҙәр башланып китте. Бер аҙҙан тынысланып, ҡараштар сәхнәгә төбәлде. Унда журналистарҙы төньяҡ-көнбайыш ижади берекмә етәксеһе Владимир Никитин тәбрикләй ине. Рухланып, Салауат еренә рәхмәттәрен әйтә-әйтә ҡотлап, үҙенең күтәренке кәйефен бүтәндәргә лә һеңдерҙе ул. Байрам флагын күтәреү бурысы БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизовҡа тапшырылды.
Артабан ҡыҙыу ярыштар башланып китте. Журналист кеше ҡәләм оҫтаһы ғына түгел, ә волейболсы, футболсы, тоҡ кейеп, йә ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүсе, сәпкә мәргән атыусы спортсы ла икәнен раҫланы был уйындарҙа. Арҡан тартыуҙа ла, шахмат уйынында, хатта балыҡ тотоуҙа ла көс һынашты улар. Уйындар, ваҡыт үтһен йә бер ҡыҙыҡ булһын әле, тип кенә уҙманы, майҙанға сығыусылар сәмләнеп, бәхәсләшә-бәхәсләшә, ең һыҙғанып ярышты. Айырыуса волейбол һәм футбол майҙандарында уйын ҡыҙыу барҙы. Бына ҡайҙа ысын ярыш ине! Футбол майҙанында йүгереп китеп барған ерҙән тәгәрәп китһәләр ҙә, гол индереүҙән, түбәләре күккә тейгәндәй, ҡыуанышып ҡысҡырышалар. Туп ситкә китһә, берҙәй булып көйөнәләр. Күптән ҡулдарына туп тотмаған булһа ла, волейболсылар ҙа һынатманы. Һәр уйында ла байтаҡ ҡына команда ҡатнашты. Командаларҙың иң өлгөрҙәре футболды ла, волейболды ла ҡалдырманы. Уларҙың янында дәртләндереп тороусы көслө көйәрмәндәр командаһы ла бар ине. Тынысыраҡ ял итергә теләүселәр өсөн Йүрүҙән буйлап кәмәлә йөрөү ойошторолғайны. Балыҡ тотаһыңмы, йә рәхәтләнеп тулҡындарҙа бәүелеп йөрөйһөңмө, яр буйында һыуға ҡарап ултырып, ҡояш нурҙарынан ем-ем итеп емелдәгән йылғаға тыныслыҡ эҙләп бағаһыңмы − йәнең теләгәнен һайла. Ә теләһәң, бөтәһенә лә ваҡытыңды бүл. Йәлләмәҫһең. Йыш тәтейме әле ошолай үҙеңде тәбиғәт балаһы итеп тойоп, һәр ел иҫкәндән ләззәт татып йөрөү?..
Һәр конкурс үҙенең еңеүселәрен дә тапты. Эҫе ҡояшта тир түгеп, йүгереп йөрөп алған еңеү бүләктәр менән дә тәбрикләнде. Журналистарҙы тәбрикләүҙә БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов та ҡатнашты. Тәбрикләү тәүҙә, әлбиттә, үҙҙәренең һөнәри өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған журналистарҙан башланды. Йыл дауамында тырыш хеҙмәт итеүҙәре министр ҡулынан алынған Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр менән баһаланды. Шулай уҡ был күркәм сараны ойоштороуға күп көс һалған «Район тормошо», «Беҙҙең тормош», «Салауат ерендә», «Яңы Балаҡатай», «Дыуан хәбәрҙәре» гәзиттәре редакцияларын рәхмәт һүҙҙәре менән билдәләп үттеләр. Ярыштарға килгәндә инде, уларҙың еңеүселәрен дә әйтеп үтмәй булмаҫ. Шахмат уйынында 1-се урынға «Салауат ерендә» редакцияһынан Шамил Әхмәтшин лайыҡ булды. Дартс буйынса «Беҙҙең ҡыйғы» редакцияһы хеҙмәткәре Камил Фазлыевҡа етеүселәр булманы. Гер күтәреүҙә беҙҙең министр урынбаҫары иң көслөһө булып сыҡты – тәүге урын Марат Ғәзизовта. Балыҡ тотоу – ҡатын-ҡыҙ һөнәре түгел, тип ҡараһаҡ та, балыҡ тотоу конкурсында тап гүзәл зат − «Йәншишмә» гәзитенән Гөлдәр Бүләкбаева иң күп балыҡ тотоусы булып сыҡты. Бик көсөргәнешле генә барған волейбол уйынында республика матбуғатының йыйылма командаһы алдынғылыҡты береһенә лә бирмәне. 2-се урын төньяҡ-көнбайыш ижади берекмәһендә булһа, 3-сө баҫҡыста − көньяҡ-көнсығыш ижади берекмәһе. Футбол ярышында иһә төньяҡ-көнсығыш ижади берекмәһе командаһы лайыҡлы тәүге урында.
Башҡортостан журналистарын ҡотларға Мәскәүҙән «Журналист» журналының хеҙмәткәрҙәре Любовь Петрова һәм Мария Владимирова ла килгәйне. Улар республикабыҙға ҡарата һоҡланыуын йәшермәне, тыуған еребеҙҙе ожмахтың бер мөйөшө, тип атап, кешеләренә лә һоҡланды һәм рәхмәттәрен белдерҙе.
Кискеһен журналистар үҙҙәрен спорт һөйөүсе ҡәләм эйәләре итеп кенә түгел, талантлы йырсы-бейеүсе итеп тә танытты. Байрам сәхнәһендә күп кенә үҙешмәкәр йырсы-бейеүсе үҙҙәренең сығыштары менән тамашасыны ҡыуандырҙы. Бәғзе журналистар, ошо һөнәрҙәрен һайламаған булһа, бынамын тигән артист булып китер ине бит, тип уйлап ҡуяһың хатта. Әммә йәмғиәткә һүҙ көсө менән тәьҫир итеү, йөрәктәрендә ятҡанды түкмәй-сәсмәй уҡыусыһына еткереү, донъяны матурыраҡ, йәмлерәк итеү теләге уларҙы журналистика юлын һайларға мәжбүр иткән, күрәһең.
Байрам кискә усаҡтар янына таралды. Һөйләшеп ултырыу, фекер алышыу, саф һауала ял итеү илһамландырып, гәзит-журнал уҡыусыларҙы ҡыуандырырҙай материалдар яҙырлыҡ көс һәм дәрт биргәндер һәр журналисҡа.