«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ



07.06.2011 Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ

Шәжәрә ул –   йәшәү тамырыбыҙКүптән түгел үҙенең хозур тәбиғәте, данлы тарихы менән танылыу алған Архангел районы ерендә «Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ» тигән темаға район-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Бындай конференциялар, семинарҙар беҙҙә һуңғы арала өс-дүрт йыл рәттән даими үткәрелеп тора. Конференцияла район мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте тарихы, тарих уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ унда Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙәбиәт ғилеме бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, Архангел райо­нында тыуып үҫкән Салауат Хөсәйенов та саҡырыл­ғайны.
Конференцияла шәжәрәне өйрәнеү һәм төҙөү методикаһына, шәжәрәне тергеҙеүгә, район гәзиттәрендә туғанлыҡ бәйләнештәрен күҙәтеүгә, шәжәрә байрамдарын ойоштороу һәм үткәреүгә бәйле күп мәсьәлә күтәрелде. Унда шулай уҡ башҡа проблемаларға ла иғтибар йүнәлтелде. Мәҫәлән, 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусыларҙы, ауылдың арҙаҡлы шәхестәрен, нәҫелдең йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен барлау. Конференцияның төп маҡсаты – шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ, тарих төпкөлөн байҡау аша әлеге быуындарға киләсәккә тәҙрә асыу, тигән ҡараш тыуҙырыу.
Эйе, был данлыҡлы Архангел ерендә башҡорттарҙың Табын, ҡатай ырыуҙары ғына түгел, шулай уҡ башҡа ырыу вәкилдәре лә йәшәй.
Архангел муниципаль районының мәғариф бүлеге начальнигы Наза Мәҡсүт ҡыҙы Йосопова әйтеүенсә, шәжәрә байрамдарында ҡатнашыу, уларҙы ойоштороу, шәжәрә төҙөү – һәр бер уҡыусының изге бурысы.
− Шәжәрәне тергеҙеү – ул халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлап алып ҡалыу, – тине Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙәбиәт ғилеме бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Салауат Хөсәйенов. – Советтар Союзы тарҡалғас, коммунистар идеологияһы юҡҡа сыҡты, халыҡтың аңында аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙы. Шул сәбәптән төрлө дини һәм фәлсәфәүи ағымдар барлыҡҡа килде. Халыҡ, «дөрөҫлөк»тө эҙләп, бер сиктән икенсе сиккә бәрелде. Һәм асылда кешеләр мәңгелек ҡиммәттәргә мөрәжәғәт итте. Бының бер күренеше – уларҙың тарихи тамырҙарына мөрәжәғәт итеүе, шәжәрәләр төҙөү йолаһын тергеҙеүе. Шәжәрә төҙөү боронғолоҡҡа ҡайтып ҡала. Иң тәүҙә мәғлүмәттәр телдән быуындан-быуынға күсеп килгән. Яҙма барлыҡҡа килгәндән һуң, таштарҙа, балсыҡ таҡталарҙа, туҙҙа һәм ҡағыҙҙа яҙылып, беҙгә тиклем килеп еткән мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, генеалогик ағас – шәжәрә ағасын төҙөү, белеү кеше күңелендә бәләкәй тыуған илгә, ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята.
«Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ» район-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының былтырғы еңеүсеһе М. ҡаҙбулатов шәжәрә байрамдарын үткәреү буйынса тәҡдимдәр һәм кәңәштәр бирҙе, уларҙы ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Архангел ауылының 1-се урта белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Шәнгәрәев сығышында, минең шәжәрәм тарихы – халыҡ тарихында, тип үҙ нәҫеле тарихына һәм уның бөгөнгөһөнә ғорурлыҡ менән байҡау яһаны. Шулай уҡ Убалар төп белем биреү мәктәбенең уҡыусыһы Фәнис ҡотлогилдин (етәксеһе – Р. Заһиҙуллина) ауылы, ата-бабалары тарихын тәфсирләп сығыш яһаны. Ул «Ни өсөн шәжәрәне өйрәнеү кәрәк һуң?» тигән һорауға былай тип яуап бирҙе: «Беренсенән, һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Уларҙы белмәү – наҙанлыҡ билдәһе.
Икенсенән, башҡорт ете быуынын ятҡа белергә бурыслы, тип әйткән боронғолар. Сөнки яҡын туған кешеләр үҙ-ара өйләнешһә, балалар йә физик яҡтан, йә аҡыл яғынан зәғиф була».
Заманса технологиялар ҡулланып, район һәм айырым ауылдар тураһында бай, матур иллюстрациялы презентация үтте.
Конференцияла биш номинация буйынса секциялар эшләне. Был секцияларҙа уҡыусы балалар араһында «Минең шәжәрәм», «1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусылар», «Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре», «Ауылымдың, нәҫелемдең йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре», «Шәжәрә байрамы» номинациялары буйынса рефераттар бәйгеһе лә ойошторолдо.
«Минең шәжәрәм» номинацияһында ҡатнашыусылар иң күбе ине. Бәйгеселәрҙең бөтәһе лә үҙҙәренең эштәрен мөрәғәт (архив) мәғлүмәттәренә таянып, заманса технологияларҙа эшләгән. Үҙҙәренең ырыу шәжәрәләрен фәҡәт башҡорттар ғына түгел, ә башҡа милләттән булған уҡыусылар ҙа төҙөгән. Баҡалды урта мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Светлана Гибит, сығышы буйынса латыш, үҙенең ғаиләһенең тарихы буйынса бик ҡыҙыҡлы материалдар тапҡан. Ул юғары баһа алды. Успенка ауылынан Липовка урта мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Андреев та, сығышы буйынса сыуаш, шулай уҡ архив мәғлүмәттәренә таянып, 1890 йылдағы осорҙан алып, үҙенең ғаиләһенең тарихын өйрәнә.
Ә «1812 йылғы һуғышта ҡатнашыу­сылар» номинацияһында Архангел ауылынан 1-се урта мәктәптең 10-сы синыф уҡыусыһы Руслан Ғәбитов (етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Фәй­зуллина) илдәге тарихи ваҡиғалар­ҙың ғаилә яҙмышына йоғонтоһон асып бирҙе. «Минең ата-бабаларым һәр ваҡыт халыҡ, ил мәнфәғәте менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. 1662 − 1664, 1735 − 1740 йылдарҙағы ҡораллы ихтилалдарҙа ла ябай ғына яугир түгел, ә ҡораллы күтәрелештәр юлбашсыларының береһе булғандар. Аҙнағол Ырыҫҡолов һ. б. исемдәр мөрәғәттең төп нөсхәләрендә осрай», − тип һөйләне ул.
«1812 йылғы Ватан һуғышы минең ата-бабаларым ғаиләһен дә урап үтмәгән, – тип дауам итә Руслан Ғәбитов. – Наполеон ғәскәрҙәре Рә­сәйгә баҫып ингәс, Александр I саҡырыуы буйынса башҡорттар 28 полк төҙөгән. Һуғышҡа Архангел райо­нының ҡыҙғы ауылынан 20 яугир киткән. Шулай уҡ беҙҙең башҡорттар ғәскәрҙәргә 4139 баш ат бүләк иткән. Был һандарҙа минең дә ҡәрҙәштәремдең өлөшө бар». ҡорал, кейем-һалым, аттар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү – бөтә башҡорттоң да изге бурысы. «Парижды алған өсөн» һәм «1812 йыл һуғышы иҫтәлеге» миҙалдары менән бүләкләнгән яу яланы старшинаһы Ғәбиҙулла Йәһүҙиндың бүләсәре Бәзихә Искәндәрованың һөйләүе буйынса, яугирҙар, ғәҙәттә, зәңгәр йәки аҡ төҫтәге буҫтау сәкмән, киң салбар, осло башлы кейеҙ ҡалпаҡ һәм күн итек кейгән.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Архангел муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Наза Йосопова тәбрикләп, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Беҙҙең төп бурыс – берҙәмлеккә өлгәшеү. Тик берҙәм булғанда ғына ҡуйған маҡсатҡа ирешергә мөмкин. Ә берҙәмлек сере − тарихи тамыр­ҙар­ҙы онотмау, бер-береңә ҡарата асыҡ күңелле, туғандарса йылы мөнәсәбәттә булыу. Юҡҡа ғына конференцияның темаһы «Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ» тип аталмағандыр. Әммә шуныһы кәйефте ҡырҙы − райондың мәҙәниәт йорто, китапхана, ауыл советы хакимиәте хеҙ­мәткәр­ҙәренең ярҙамы һәм ҡатнашлығы бик үк һиҙелмәне. Бында райондың мәғариф бүлегенең, уҡытыусылар тырышлығы ғына күренде. Балалар бит − беҙҙең киләсәк. Шуны онотмайыҡ.

Нурия ӘСӘҘУЛЛИНА,
Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға