«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һауаға юлды ул аса!



07.06.2011 Һауаға юлды ул аса!

Һауаға юлды ул аса!Алыҫ Ямал ярымутрауының сигендә эшләүсе башҡорт егете Иҙелбай Усманов һөнәрен яратып башҡара.
Себер тарафтарында яҡташтарҙы осратыу бер ҙә аптырарлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа Ямал ярымутрауының сиге һаналған Харасавей аэродромында Ейәнсура егетен тап итермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Вертолеттан килеп төшөү менән беҙҙе ҡаршы алған диспетчер, ҡулындағы блокнотын асып, ниҙер ҡараны ла, миңә өндәште.
– “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе һеҙ булаһығыҙмы, ағай?
Быны ишеткәс, бергә килгән егеттәр бер-береһенә ғәжәпләнеп ҡарашып ҡуйҙы. Мин, киреһенсә, үҙемде улар алдында бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом. Хатта үҙем өсөн дә түгел, ә анау тиклем ерҙә “Йәшлек” гәзитен белгәндәренә шатландым.
Иҙелбай Усманов, әйткәнемсә, Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса педагог – Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта ул “Газ­пром-авиа” пред­прия­тие­һында эшләй. Вази­фа­һы үтә лә яуаплы Иҙел­­бай­ҙың. Ги­гант тө­ҙөлөштәр барған Бова­нен­ко­вонан – Хара­са­вейға, Ха­ра­савейҙан Пангоды, На­дым йүнәлештәрендә хәрәкәт иткән вертолеттарҙың осоу йүнәлештәрен билдәләп, хәүеф­һеҙлек саралары күреп ултыра ул. Был эштә саҡ ҡына ла яңылышырға ярамай. Сөнки тиҫтәләгән осоусы техника, кеше ғүмере Усмановтың оҫталығына, зирәклегенә, таһыллығына, белеменә бәйле. Бирешмәй Ибрай егете, үҙ бурысына намыҫ менән ҡарай.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Харасавей ҡасабаһы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға