«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Журналистар «акула»лы булды



14.06.2011 Журналистар «акула»лы булды

Урал төбәге журналистары яңыраҡ Екатеринбург ҡалаһында Матбуғат байрамына йыйылды.
Журналистар «акула»лы булдыЕкатеринбургтан журналистар араһында «Алтын акула» һөнәри премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырып шылтыратҡас, оҙаҡ уйлап тормай, юлға сыҡтым. 2001 йылда булдырылған премия быйыл алтынсы тапҡыр тапшырылды. Силәбе, Төмән, Екатеринбург, ҡурған, Пермь журналистары унда быға тиклем дә ҡатнашып торһа, Ижевск, Салехард, Ханты-Мансийск, Өфөнөң ҡәләм эйәләре конкурсҡа быйыл ғына ҡушылған.
Рәсәй йәмәғәтселек менән бәйләнеш ассоциацияһының Урал бүлексәһе һәм Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты быйылғы сараның ойоштороусылары булып сығыш яһаны, осрашыу ҙа ошо вуз бинаһында үтте.

Ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне. «Медиалогия» компанияһының продукция маркетингы буйынса директоры Кирилл Кирюшин оҫталыҡ дәресендә социаль медиаға (интернет-форумдар, блогтар, социаль селтәрҙәр һ.б.) баһа бирҙе. Уның фекеренсә, тап социаль медиа заман йәмғиәтен иңләп-буйлап «йөрөүсе»нән һанала. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә блог, блогер тигән һүҙҙәр модаға инде. Ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, блогерҙар тиҙ генә был хаҡта үҙ блогтарына яҙып, фекерен белдереп, үҙҙәре үк комментарийҙар ҡабул итеп, виртуаль донъяла ярай­һы уҡ киң планда бәхәстәр алып бара. Әлбиттә, традицион киң мәғлүмәт саралары ла «йоҡлап ятмай», шулай ҙа нәҡ яңыса сығанаҡтар ямғырҙан һуң үҫкән бәшмәктәй үрсей. Бәлки, «нью-медиа» мода ғыналыр? Гәзит һәм телевидение, радио һәр ваҡыт төп мәғлүмәт биреүсе булып ҡалырмы? Журналистиканың киләсәге ниндәй? Төрлө төбәктәрҙән йыйылған һөнәрҙәштәр менән шундай һорауҙарға ла яуап эҙләнек. Традицион һәм яңыса форматтағы медиа вәкилдәренең һәр береһе үҙ йүнәлешенең өҫтөнлөгөн һанай башлағас, һөйләшеү айырыуса ҡыҙыу төҫ алды. Тикшеренеүселәр фаразлауынса, әлеге быуаттың 30-сы йылдарына матбуғат бөтөнләй юғаласаҡ, имеш. Бойомға ашырмы был, юҡмы, әммә виртуаль селтәрҙәге мәғлүмәт сығанаҡтарының күбеһе контролһеҙ, агрессив булыуы арҡаһында нью-медиа халыҡты тиҙ ялҡытасаҡ. Һәр хәлдә һәләтле, әүҙем журналистарға һәр заманда ла ихтыяж буласаҡ. Урал төбәгендәге шундай ҡәләм оҫталары премия тапшырыу тантанаһында бүләкләнде лә инде. «Иң-иң»дәр рәтендә республикабыҙҙың «Юл­даш» радио каналы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортос­тан» гәзите бар. Иң яҡшы баш мөхәррир, интервью алыусы, блогер «Алтын акула»лы булды. Бынан тыш, Урал федераль университет булдырған «Көмөш акула» премияһы эйәләре лә табылды.
«Урал төбәге журналистарын берләштергән, мәғлүмәт сараларының сикһеҙлеген, үҙаллылығын, оперативлығын баһалаған һәм «тешлелеге»н күрһәткән әлеге премия медиа тармағы үҫешенә, матбуғаттың эшҡыуарлыҡ, мәғариф, власть органдары, һөнәри учреждениелар менән һөҙөмтәле бәйләнешенә булышлыҡ итеүсе «сифат билдәһе» булып ҡала», – тигән дөйөм фекергә килде матбуғат байрамында ҡатнашыусылар.

Әйткәндәй

Картанан ҡараһаң, Свердловск өлкәһе, беҙҙең ут күршебеҙ, яп-яҡын. Шулай ҙа төбәктең баш ҡалаһы Екатеринбург менән Өфө араһы автомобиль юлынан 509 саҡрымға етә булып сыҡты. ҡала үҙе көньяҡтан төньяҡҡа – 26, көнсығыштан көнбайышҡа 15 саҡрымға һуҙыла. Уны Исет йылғаһы икегә бүлә. Тәүҙә ҡалаға батша Петр Беренсенең ҡатыны Екатерина Беренсенең исеме бирелә, 1924 – 1991 йылдар арауығында Свердловск тип тә атала. Екатеринбург трамвайҙарҙың күплеге менән иҫтә ҡалды (бәлки, Өфөнөң төп урамынан трамвай юлы алынғанға был транспорт барлығы әллә ни һиҙелмәйҙер), беҙҙәгесә ҡупшы «НефАЗ»дар юҡ, ә бына киске ваҡытта тығындар «үҙ урынында». Урамдарҙағы маршрут автобустарының хаҡы – 18 һум. Тағы ла хаҡтарға туҡталғанда, аҙыҡ-түлектекенең айырмаһы әллә ни тойолманы, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе ҡиммәтерәк. Үҙенсәлекле ҡала ул Екатеринбург. Тарихи йорттары янына замансалары ла һыйған, ҡорамдары, һәйкәлдәре лә бихисап, Урал федераль университетының ҙур һоро колонналары әллә ҡайҙан уҡ күренә. Ә бына юлдарҙы шымалайһы бар. Студенттарҙан Башҡортостан тураһында белеү-белмәүҙәрен һорағайным, «Салауат Юлаев» хоккей командаһын, Өфө, Стәрлетамаҡты, Ирәмәлде атанылар, берәүһе хатта республика флагының төҫтәрен әйтте.
А. ИШЕМҒОЛОВА.
Өфө – Екатеринбург – Өфө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға