«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шау-гөр килде баш ҡала



14.06.2011 Шау-гөр килде баш ҡала

Өфөлә иртә менән ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, һәр кем ғаиләһе менән байрам тамашаларын ҡарарға ашыҡты.
ҡаланың төрлө ял парктарында, майҙандарында ҡала көнөнә, Рәсәй көнөнә һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған төрлө мәҙәни саралар үткәрелде.
Тантаналы саралар БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтовтарҙың Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуынан башланды.
Был көндө баш ҡаланың Ленин майҙаны иң сағыу тамашаларҙың үҙәгенә әйләнде. Унда «Өфө − дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» тип аталған профессиональ үҙешмәкәр кол­лективтар­ҙың фестивале үтте. Мәскәү, Силәбе, Ырымбур, Тольятти, Түбәнге Новгород ҡалаларынан килгән таланттар − бейеүселәр, йырсылар, хор коллективтары, халыҡ, джаз ансамблдәре үҙ һәләттәрен күрһәтте. Учалы муниципаль филармонияһы, Мишкәнең «Эрвел», мари, «Нарспи» сыуаш фольклор ансамблдәре, Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбл­дәренең сығыштары тамашасыларҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Балалар өсөн төрлө конкурс­тар, аттракциондар ҙа ойошторолғайны.
Байрам ҙур салют менән тамамланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға