«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙарҙың бындай карнавалды күргәне юҡ ине



14.06.2011 Сибайҙарҙың бындай карнавалды күргәне юҡ ине

Бөгөн сәғәт 11-ҙә ҡыҙыҡ хәл булды. Ма­газинда йөрөп ят­һам, ах та ух килеп, оло ғына йәштәрҙәге ауыл кешеһе килеп инде лә, туп-тура һатыусы ҡыҙ­ҙарға йүнәлде:
− «Берҙәмлек» фес­тивале ҡайҙа була?
Башҡорт ҡыҙҙары, был кешегә аптырашлы ҡараш ташлап, яурын һикертте:
− Һуң, кисә булды ла, бөттө бит ул фестиваль...
Ағайыбыҙҙың йөҙө ҡарайып китте:
− Их, шул негрҙарҙы күрәм тип, ҡайҙан-ҡайҙан киләм бит әле! Һуңларымды белһәм, юлға сығып этләнмәҫ инем.
Яй ҡыбырлаған ауыл ағайын аңларға була: республикабыҙҙың Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарында үтеп, Сибай ерендә тамамланған «Берҙәмлек-Содружество» милли мәҙәниәттәр фестивален күрмәй ҡалыу бик тә үкенесле хәл. Шуға ла, гәзит уҡыусыларҙың һыуһынын ҡандырыр өсөн, үҙем күргәндәрҙе, дүрт көн буйы барған фестиваль хаҡында ҡыҫҡаса бәйән итмәксемен.
Сибайҙарҙың бындай карнавалды   күргәне юҡ инеАлыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан менән Силәбенең сигенә сығып уҡ көтөп алдыҡ. Ниһайәт, Сибайҙың ситендәге стела янына ҡыҙыл яғынан өс туристик автобус килеп туҡтаны һәм унан төркөм-төркөм булып сит ил ҡунаҡтары төшә башланы. Көмрө танаулы итальяндар, уларҙан бер ҙә ҡалышмаған әзербайжандар, минән дә ҡарараҡ африкандар, 32 тешен күрһәтеп йылмайыш­ҡан һиндтар. Улар янында беҙҙең төлкө ҡойроҡло бүректәр кейгән бейеүсе егеттәребеҙ ҙә, балитәкле күлдәктәге фольклорсы әбейҙәребеҙҙең дә бик тә урынлы күренеп ҡалыу­ҙарына иғтибар иттем: бер ниндәй яһалмалылыҡ, бутафорлыҡ күренмәй ине уларҙа. Фольклор коллективтары, ниндәй генә дәүләттеке, халыҡтыҡы булмаһын, барыһы ла бер иш икән ул!
Ул арала, сыр-сыу килеп, мажара көтөп торған халыҡ ҡунаҡтар менән ҡосаҡлашып фотоға төшә башланы. Тегеләре бындай мөғәмәләгә өйрәнеп бөткән ахыры − ихлас итеп йылмаялар, уңайлыраҡ позаларға баҫалар. Түҙмәнем: фотоаппаратымды фотограф Риф Ғәйетҡоловҡа тотторҙом да, иң колоритлы Нигерия егете (исеме Боладжи икән, аҙаҡ белдем) янына баҫып, бөтә тештәремде ялтыратып йылмайҙым. Булды бер кадр! Уң яҡтағыһы − был фәҡирегеҙ.
Сәләмләү һүҙҙәре, ҡымыҙҙан һуң, ниһайәт, ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы автобустарға ултыртып, ҡунаҡханаға оҙатты. Иртәгә байрам булһа ла, былар өсөн көн ҡыҙыу буласаҡ: карнавал, матбуғат конференцияһы, гала-концерт…
Иртә менән сит ил ҡунаҡтары Ғәҙелша шарлауығына экскурсия яһап өлгөргәйне. Тәьҫораттары менән төш мәлендә уҙған матбуғат конференцияһында уртаҡлаштылар. Әҙәп һаҡлауҙарымы, әллә ысын хайран ҡалғандармы беҙҙең тәбиғәткә − әммә барыһы ла бер ауыҙҙан маҡтаны, һоҡланыуҙарын белдерҙе. Икенсе Швейцария икән был Башҡортостан, тиеүселәре лә булды.
Тап матбуғат конференцияһында ҡунаҡтар менән ныҡлабыраҡ танышырға мөмкинселек тыуҙы. Уларҙың барыһы ла − фольклор менән даими шөғөлләнеүселәр, йыл һайын тиерлек теге йәки был илгә фестивалгә барып тора, имеш. Әзербайжандарҙың олораҡтары рус телен һыу кеүек эскәненә, йәштәренең иһә этеп-төртөп һөйләгәненә иғтибар иттем. Элекке союздаштарҙа рус теле почетта булған шул.
Төштән һуң ҡаланың үҙәк урамдары буйлап карнавал уҙҙы. Брази­лияның карнавалына етмәһә лә, Сибай халҡы өсөн үҙенә күрә бер ғәжәйеп тамаша булды − уны ҡарарға халыҡ эркелеп килде. Һәр делегацияны дәүләтенең исеме яҙылған табличка тотҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр оҙатып бара, фольклорсылар иһә, бара биргәс, тыпырҙатып бейергә төшөп китә. Миңә итальяндарҙың сығышы оҡшаны: сағыу костюмдары, үҙенсәлекле бейеүҙәре был илде барып күреү теләге тыуҙырҙы.
Карнавал тамашаһы яйлап ҡына ҡаланың үҙәк майҙанына йүнәлде. Бында иһә күптән сәхнә әҙерләнгән, телевизион аппаратуралар урынлаштырылған. Тиҙҙән гала-концерт башланасаҡ.
Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында уҙғарылып килгән «Берҙәмлек-Содружество» фестиваленең төп маҡсаты − Башҡортостан, Рәсәй, донъя халыҡтарының милли мәҙәниәтен пропагандалау булһа, был сара ҡуйылған маҡсаттарҙы тулыһынса тормошҡа ашыралыр. Һәр хәлдә, Сибай халҡы сит ил ҡунаҡтарының да, урындағы һәүәҫкәр фольклор төркөмдәренең дә сығыштарын ихлас ҡарап, алҡыштар менән ҡабул итте.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға