«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Махсус биттәр » Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул...



07.06.2011 Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул...

Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул...Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул... Тик бынан урындағы халыҡҡа файҙа юҡ.
Кем генә яратмай икән тәбиғәттең матурлығын, шунда рәхәтләнеп бергәләшеп ял итеүҙе! Әммә ул матурлыҡты һаҡлай белергә кәрәк. ʺҡарлыман − Бело­ретʺ тимер юлы һалынғанға тиклем Инйәр йыл­ғаһы буйындағы тәбиғәт һаҡлана ине. Йылға-күлдәрҙә балыҡтар күп, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар ояларын күрә инек. Хәҙер тәбиғәт бысрана, туристар туҡтап китә, уларҙан ватыҡ быяла шешәләр, банкалар, буш консервалар, полиэтилен тоҡсайҙар тороп ҡала. Үҫеп ултырған ағастарҙы балта менән тумырып ауҙаралар, был ерҙә булып киткәндәрҙең исемдәре яҙы­ла. Аҙыҡ әҙерләү өсөн сабынлыҡ кәртәләрен һүтеп, утҡа яғалар. Һуңғы ваҡытта ҡаҙ, һарыҡ, хатта эре малдар ҙа юғала башланы. Туристар ял итергә теләгән урындарын ауыл хакимиәте етәкселәренә белдерергә, теркәлергә тейеш. Тәбиғәт байлығын файҙаланған өсөн урындағы органдарға иғәнә индерергә бурыслы. Махсус билдәләнгән турист маршруттары буйынса ғына юлдар асыҡ булырға тейеш.
Беҙҙең яҡта тәбиғәт ҡомартҡылары етерлек, улар­ҙы тикшереп, маршруттар асырға кәрәк. Мәҫәлән, Ләмәҙ йыл­ғаһы буйында Атыш шарлауығы, ҡыҙылташ, Килен бейегән таш, Ләмәҙ йорт, Бәрҙәш һәм башҡалар, Инйәр йылғаһы буйында Бирйән шарлауығы, Йәй ташы, Һыу сумған, Аҫҡын, Боҙ мәмерйә­ләре урынлашҡан. Һәр береһенең үҙенә күрә тарихы бар. Бигерәк тә урындағы халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, төп кәсебе, йорт биҙәлештәре ҡы­ҙыҡһындырыр. Тик һәр ерҙә, һәр ауылда әҙәп, тәртип кәрәк. Үҙеңде ҡунаҡ итеп, тыйылғандарҙан тыйылып, ысын мәғәнәлә турист булыу мотлаҡ.
Әйткәндәй, ҡыҙғы ауылына яҡын ғына фәнгә билдәле булмаған, тикшерелмәгән Һыу сум­ған, ҡарағай ауылында Инйәр йылғаһы буйында Ыла­сын ояһы мәмерйәһе бар. Уларҙы ла тикшереп, ҡыҙыҡлы турист маршруттары асырға була.
Фанияз САДИҡОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға