«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө ғилми үҙәгенә таҡтаташ асылды



31.05.2011 Өфө ғилми үҙәгенә таҡтаташ асылды

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 60 йыл тулыу уңайынан таҡтаташ асылды.
Уны асыу тантанаһында БР Хөкү­мәте Премьер-ми­нистры урынбаҫары Марат Мөлөков, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усеин Джемилев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ғалимдар ҡатнашты.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мөлөков:
– Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге 60 йыл эшләү дәүерендә төрлө формаларға эйә булды, әммә уның йөкмәткеһе һәр саҡ бер төрлө ҡала килде, ул – дөрөҫлөктө табыу. Дөрөҫлөктө табырға ынтылыу яңынан-яңы белемдәр үҙләштерергә этәрә, ә дөрөҫлөккә ышаныу яҡшылыҡ һәм яуызлыҡты, этиканы аңлау өсөн беҙгә шарттар тыуҙыра. Бөгөн беҙ ошо белем һарайын төҙөгән кешеләргә хөрмәт белдерәбеҙ, уларҙы иҫкә алабыҙ, – тине, сараның республикабыҙ тормошонда әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булыуын билдәләп.
– РФ Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы буш урында барлыҡҡа килмәне. Уның асылыуына республикалағы бик күп мөһим ваҡиғалар булышлыҡ итте. Беҙҙең ватандаштарыбыҙ һәм Мәскәү, Санкт-Петербург Фәндәр академиялары ғалимдары уны булдырыу өсөн ҙур көс һалған, – тине БР Фәндәр академияһы рәйесе, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Усеин Джемилев, тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
1961 йылдан 2006 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы урынлашҡан был йортта (Карл Маркс урамы, 6) бөгөн Башҡортостан ғалимдары көсө менән булдырылған археология һәм этнография музейы урынлашҡан. Ул республикабыҙ археологияһы һәм этнографияһына ғына түгел, тотош Рәсәй фәненә һәйкәл булып тора.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға