«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Их-х, тәмле-е башҡорт балы-ы!



07.09.2010 Их-х, тәмле-е башҡорт балы-ы!

Көҙгө муллыҡ осоро етте. Быйылғы һауа шарттарында уңыш әллә ни түгелдер инде ул, тип икеләнеүселәрҙе тынысландырабыҙ: һәр кем ҡышҡылыҡҡа әүәлгесә запас туплай аласаҡ. Икмәккә лә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Шул иҫәптән балға ла. Быны үткән ял көндәрендә Өфөлә ойошторолған бал йәрминкәһе дәлилләне. Баш ҡаланың ҡап уртаһында, биш урам киҫешкән ерҙә – Йәштәр һарайы алдында гөрләп үткән сарала 60 тоннанан ашыу бал һатылды (барлығы 60 тонна 550 кг бал килтергәйнеләр). Әйткәндәй, башҡорт балы – мең сирҙән дауа. Беҙҙәге бал ҡорттарының хеҙмәт «емеше» йыһангирҙәргә лә ебәрелә. VII махсуслаштырылған «Баллы Башҡортостан» күргәҙмә-сауҙаһында республиканың 43 районынан 300-гә яҡын умартасы ҡатнашты. Улар үҙ продукцияһын 351 «нөктә»лә тәҡдим итте. Хатта майҙандағы урын тар һымаҡ күренде.
Автобуста килгәндә үк, ҙур-ҙур сумкалар тотҡан кешеләрҙе күреп, былар баҡсаға юлланғандыр инде, тип уйлағайным. Юҡ, бал йәрминкәһенә баралар булып сыҡты. «Үткән йыл алған бал етмәйерәк ҡалды. Ниңәлер самалай белмәгәнбеҙ ҙә. Быйыл күберәк алырға кәрәк. ҡиммәтерәкме икән инде?» – тип һөйләнә-һөйләнә килә бер инәй менән бабай. Йәрминкә башланыр-башланмаҫ халыҡ тулған был тирәгә.
Их-х, тәмле-е башҡорт балы-ы!
Бынау йәйҙә бал булмаҫ ул, тип тә бер аҙ хафаланғайныҡ әле. Ана бит, фляга-фляга бал килтергәндәр. Йүкә балы, ҡарабой­ҙайҙыҡы, сәскә балы – йәнең теләгәнен, кеҫәң мөмкинлек биргәнен һайлап ал әйҙә. Бал ҡорттарының егәрлелегенән инде – ҡоролоҡ тип тормағандар. Умартасыларҙың да тырышлығын билдәләмәү дөрөҫ булмаҫ. Йәрминкә «ҡапҡаһы»нан туҡталыш яҡлап ингәндә оҙон сират күренә. Баҡһаң, Белорет балын шулай алалар икән. Әйткәндәй, был төбәктән Сергей Тихонов «Умартасылыҡ продукцияһының юғары сифаты һәм киң ассортименты» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Ысын байрам бында. Йәштәр һарайы алдында барған концертты – профессиональ һәм һәүәҫкәр артистар сығышын ҡарап тороусылар ҙа байтаҡ. Балдың сифатлырағын, арзанырағын эҙләп, майҙанды тегеләй-былай иңләүселәр ҙә етерлек. Тирә-йүнгә тәмле бал еҫе таралған. Хаҡтарға күҙ ташлайым. Банкаларҙың бәләкәйенән ҙурына табан 150 һумдан 2000-гәсә һандар ҡапҡасына уҡ яҙып ҡуйылған. Район делегациялары бай күргәҙмә менән килгән. Ишембайҙар тирмә ҡорған, быйылғы «Йәш умартасы» конкурсында еңеү яулаған Гөлназ Шәңгәрәева ла бында. Нури­мандар, мәләүездәр, балтастар маҡтай-маҡтай тауарын һата. Нуриман районы, ойоштороу йәһәтенән иң яҡшыһы тип табылып, күсмә кубокка ла эйә булды.
Их-х, тәмле-е башҡорт балы-ы!Мәләүез районы балсылары һатыу иткән ерҙә лә сират. ҡыҙрай ауылынан Илдар Хәлиуллин бал ғына алып килмәгән. Балауыҙ, прополис, инә ҡорт һөтө, забрус, һитә, һеркә, үлгән ҡорттар (подмор) – һәр береһе файҙалы. Умартасы әйтеүенсә, йәрминкәлә инде етенсе йыл, тимәк, башланғандан алып ҡатнаша. Баш ҡалабыҙҙың Совет районы хакимиәте тапшырған Маҡтау ҡағыҙы ла бар. Умарталары 70 башҡа етә. ҡатыны, ике балаһы менән бергәләшеп ҡарай­ҙар. «Бал ҡорто тотһаң, улар кеүек егәрле булмай сараң юҡ. Эше лә етерлек, ә инде файҙаһын үҙегеҙ беләһегеҙ», – ти Илдар ағай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүенә ике тиҫтә йыл булып килә икән. Шул сама йыл умарта тотҡас, байтаҡ тәжрибә лә туплаған инде.
Их-х, тәмле-е башҡорт балы-ы!Ә бына Ишембай умартасыһы Салауат Арыҫланов, тыуғандан бирле бал ҡорттары араһындамын, ти. Атаһы Гәрәй бабайҙан күскән ҡортсолоҡҡа ылығыуы. Әле 50 баш умартаһынан алған балды килтергән. «Иртә яҙҙан башлап бөтә ғаилә менән, мәж килеп, шул умарталар араһында йүгереп йөрөйбөҙ, – тип шаярта ағай. – Бына, тәмләп ҡарағыҙ беҙҙең хеҙмәт емешен, үҙебеҙҙең таҙа башҡорт балының тәме оноторлоҡ түгел».
Халыҡ, балды тәмләп ҡарап, ошонда уҡ урынлашҡан Башҡор­тостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең лабораторияһында тикшертеп алды. Баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡу­наҡ­тарҙы балға байытып таралышты умартасылар.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта ла бал йәрминкәһе ойошторолдо. Унда татлы ризыҡ тәҡдим итеүселәр һаны былтырғыға ҡарағанда ла күберәк булып сыҡҡан. 11 сентябрҙә тағы ла үткәрмәкселәр. Бал яратыусыларға хәүефләнергә урын юҡ – быйыл бал етерлек, алып ҡына өлгөрөгөҙ.

Айһылыу Абдуллина, Өфө ра­йоны:
– Йыл һайын ошондай йәрминкәнән бал һатып алабыҙ. Хаҡына бер ҙә ҡарамайбыҙ. Тикшертеп ҡарап алғас, яҡшы сифатлыһын һайлау мөмкинлеге бар. Былтыр Ғафури умартасыһынан алғайныҡ, быйыл Күгәрсен райо­нынан килтерелгәнен алдыҡ. Тау, урман балы тәмле. Былай һатып йөрөүселәр ҙә бар ул, тик алдап та ҡуялар ҡайсаҡ. Бындай сараларҙа бал алыу ышаныслыраҡ.

Рәлиә һәм Ринат Сәлимйәновтар, Өфө ҡалаһы:
– Беҙ балды үҙебеҙ умартасыға тура барып ала торғайныҡ. Хатта күп ваҡыт бал ҡыуҙырған саҡҡа тура килә инек. Быйыл ваҡыт яғы самалы булып, йәрминкәгә генә килдек. Шәп сара. Лаборатория эшләүе һәйбәт. Биш банка алдыҡ әле, туғандар ҙа һорағайны.

Руслан Гәрәев, Өфө ҡалаһы:
– Мин һатырға алам. Бер аҙ аҡса эшләргә ине. Бына әле йүкә балын бер машинаға тултырып ебәрҙем. Хәҙер сәскә-фәләндекен һайлайым. Төрлө һатыусынан алам. Бөтәһе лә йәрминкәгә килә алмай бит. Мин хатта ауылдарға ла йөрөп, бал һатам. Үҙем умартасылыҡ эше менән бөтөнләй таныш түгелмен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға