«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



31.05.2011 Өс һөйләм менән

«Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡ көндәре – 2011» форумында Башҡортостан «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу» буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге дипломына лайыҡ булды. Бынан тыш, республика предприятиелары төрлө номинациялар буйынса бик күп дипломға лайыҡ булды. Атап әйткәндә, өс предприятие «Иң яҡшы инновацион проект», тағы ун предприятие «Иң яҡшы продукция, ҡорамалдар һәм йыһазландырыу» номинацияһында еңеү яуланы.

Мостай Кәрим исемендәге Мил­ли йәштәр театры 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә «Театр – балалар күҙлегенән» тип аталған афишалар һәм һүрәттәр күргәҙмәһе ойоштора. Тәүге тапҡыр үткәреләсәк был мәҙәни сараны театр артистары концерты, күңелле осрашыуҙар, әкиәт персонаждары менән бергә ойоштороласаҡ уйындар биҙәйәсәк. Һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

29 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙенең 245-се тыуған көнөн һәм Химиктар көнөн билдәләне. Байрам саралары иртән иртүк башланып, көн буйына дауам итте. ҡала халҡы спорт ярыштарында ҡатнашты, концерт программаларын тамаша ҡылды, төрлө уйындарҙа күңел асты.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се һөнәрселек училищеһында «Биҙәү-төҙөлөш эштәре оҫтаһы» һөнәре буйынса белем алыусы уҡыусылар араһында конкурс үтте. Конкурста республиканың төрлө райондарынан 14 команда ҡатнашты. Улар дәрестәрҙә алған белемен практикала һынап ҡараны.

29 майҙа ҡөрьән уҡыусылар­ҙың республика конкурсы үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы мо­солмандарының Дини идаралығы менән Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы ойошторҙо. ҡөрьәнде яттан һөйләүселәр йәшкә ҡарап дүрт номинация буйынса көс һынашты.

ВТБ банкыһы «Күҙ йәштәрһеҙ донъя» мәрхәмәтлелек программаһы сиктәрендә 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына медицина ҡорамалдары һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн материалдар тапшырҙы. Атап әйткәндә, скальпелдәр, шприцтар, катетерҙар, тын алыу аппараттары һ.б. Алынған йыһаздарҙың дөйөм суммаһы – 1,2 млн һум.

Өфө ҡалаһынан хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙан торған сираттағы эшелон ҡуҙғалды. Рәсәй Феде­рацияһының Хәрби ҡораллы Көс­тәрен республикабыҙҙан 500-ҙән ашыу егет тулыландырасаҡ. Уларға Чита өлкәһендә хеҙмәт итергә тура киләсәк.

Башҡортостан йәш гвардиясыларының төбәк штабында йәштәр ойошмаларының Бөтә Рәсәй халыҡ фронтында ҡатнашыуына арналған «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда «Йәш Рәсәй», «Рәсәйҙең ауыл йәштәре берлеге», «Студент инициативаларын үҫтереү ижтимағи фонды», «Баш­ҡортостан Республикаһының парашют спорты федерацияһы» һәм башҡа йәштәр ойошмаларының етәкселәре ҡатнашты. «Түңәрәк өҫ­тәл»дә улар ижтимағи ойошмалар­ҙың Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу мәсьәләһе ха­ҡында фекер алышты.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға