«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әжәл уларҙы һыра мискәһендә көткән



28.05.2011 Әжәл уларҙы һыра мискәһендә көткән

Сысҡан менән ҡомаҡтарҙың һөтлө йәки һыулы мискәгә төшөп үлгәнен күргән-ишеткән бар ҙа ул, ә бына һыра ҡайнатыусыларҙың һыраға төшөп үлгәндәрен тәүгә ишеттек, тфү, тфү.
Ышанмаҫ инең, был ғәҙәттән тыш күренеште әле БР Тәфтиш комитетының Өфөнөң Октябрь районы буйынса тәфтишселәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшерә башлаған.
Ысынлап та, 23 майҙан 24-енә ҡара­ған төндә баш ҡаланың һыра етештереүсе заводтарының бере­һендә ике кеше һыра тулы ҡаҙанға төшөп тонсоҡҡан. Хәйер, өсөнсө кеше лә булған – ул әле дауахананың реанимация бүлегендә икән.
Һыра ҡайнатыусыларҙың ни рә­үешле һыра тулы мискәгә барып төшөү сәбәптәре тиҙҙән асыҡланасаҡ.
Ғәжәп донъя, ғәжәп күренештәр, ғәжәп ҡылыҡтар... Шул һыраны ше­шәләргә ҡойоп, һатыуға сығарһалар ҙа, ғәжәп түгел...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға