24.05.2011 Башҡортостанда Халыҡ фронты эш башланы
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә республикала Бөтә Рәсәй халыҡ фронты төҙөү тураһында кәңәшмә уҙҙы.
Сарала «Берҙәм Рәсәй» менән Халыҡ фронтының һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ программаһын булдырыуҙың төп йүнәлештәре хаҡында фекер алышынды. 25 майҙа тәүге ултырышҡа йыйылмаҡсылар. Башҡортостанда Халыҡ фронтының төбәк бүлеген төҙөүҙе йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә хупланы. Бөгөнгә фронт составына 12 ойошма инергә теләк белдергән.
Федераль кимәлдә Халыҡ фронтының координация советы формалаштырылған, уға илдәге байтаҡ ҡына йәмәғәт ойошмаһы ингән.
А. ЗИННУРОВА.