24.05.2011 Беҙҙекеләр ТӨРКСОЙ ултырышында ҡатнашты
Төркиәнең Анталия ҡалаһында II Халыҡ-ара дәүләт театрҙары фестивале асылды. Ул 28 майға тиклем дауам итәсәк. Фестиваль барышында ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең милли, дәүләт академия драма театрҙары директорҙарының ултырышы үтте. Был сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.
Театр директорҙары ултырышы Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Дәүләт театрҙары генераль дирекцияһы менән берлектә ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретариаты ҡатнашлығында ойошторолған.
ТӨРКСОЙ илдәре театрҙары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн милли, дәүләт академия драма театрҙарының директорҙар советын ойоштороу — уның төп маҡсаты. Ултырышта Татарстан, Әзербайжан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Төркиә, Төньяҡ Кипр, Хакасия, Алтай һәм Сыуашстан театрҙары етәкселәре, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, РФ-ның һәм БР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашты.