«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



07.09.2010 Донъя яңылыҡтары

Депутаттар яңыса эшләйәсәк
РФ Дәүләт Думаһы көҙгө сессияны яңы форматта башлай.
Палатаның көҙгө сессияһы 7 сентябрҙә пленар ултырыш ме­нән асыла. Халыҡ депутаттары иң беренсе сиратта торф янғындарына һәм Рә­сәйҙә аномаль эҫелектең эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле закон проекттарын ҡарамаҡсы. Шулай уҡ сессия программаһының төп пункт­тарының береһе – киләһе йылға төп финанс законы. Министрҙар Кабинеты 2011 һәм алдағы өс йылға федераль бюджет проектын индерергә тейеш. Бынан тыш, депутаттарҙы «Полиция тураһында» президент закон проекты ла көтә. Дәүләт Думаһы үҙе иһә яңыса эшләйәсәк. Яҙғы сессия аҙағында Дума регламентына халыҡ депутаттарының эш тәртибенә бәйле махсус төҙәтмәләр индерелгәйне.

«Роснефть»тә яңы президент

«Роснефть» компанияһының директорҙар советы Рәсәй Президенты Дмитрий Мед­ведевтың ҡушыуы буйынса компанияның беренсе вице-президенты Эдуард Худайна­товты президент вазифаһына тәғәйенләне.
Эдуард Худайнатов 2010 йылдың 6 сентябренән үҙенең вәкәләттәрен үтәй башлаясаҡ. «Бөгөн «Роснефть» Рәсәйҙең нефть тармағында иң алдынғы урындарҙы биләй. Эдуард Юрьевичтың тормош тәжрибәһе, тармаҡты һәм компанияны яҡшы белеүе уны тағы ла юғарыраҡ үҫеш этабына сығарырға булышлыҡ итер тип ышанам», – ти директор­ҙар советы рәйесе Игорь Сечин, яңы президентҡа ҙур өмөттәр бағлап.
Әлеге вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем Худайнатов 2008 йылдан алып компанияның вице-президенты, беренсе вице-президенты вазифаларын биләй, ә «Роснефть»кә килгәнсе «Севернефтегазпром» компанияһын етәкләй.

Күккә күтәрелер урынға...

Ял көнөндә Германияның Нюрнберг ҡалаһы янында ҙур авиашоу үткәрелә.
Бындай үҙенсәлекле тамашаны ҡарарға бик күп халыҡ йыйыла. Әммә көтмәгәндә матур тамаша фажиғәгә әүерелә. Ҙур булмаған самолет күккә күтәрелер алдынан кешеләргә барып бәрелә. Һөҙөмтәлә бер кеше һәләк була, 33 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала. Самолет менән идара итә алмаған осоусыға бер нәмә лә булмаған. Әле һәләкәттең сәбәптәре асыҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға