«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәше



07.09.2010 Юрист кәңәше

Гәзит уҡыусыларыбыҙ һорауҙарына Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының үҙәк филиалы етәксеһе, адвокат Гүзәл Харрасова яуап бирә.
Cтраховка аҡсаһы зыянды ҡаплауға етмәһә, нимә эшләргә?
Юл-транспорт ваҡиғаһында мине ғәйепле тип таптылар. Автограж­данлыҡ яуаплылығым ОСАГО (автограждандар яуаплылығын мотлаҡ страховкалау) менән килешеү буйынса страховкаланған. Әммә страховкалаусы ойошмам тарафынан зыян күреүсегә түләнгән сумма уның зыян күргән автомобилен ремонтлауға талап ителгән сумманы тулыһынса ҡаплай алмай. Миңә нишләргә?

Юл-транспорт ваҡиғаһында күрелгән 120 мең һумлыҡ зыянды килешеү буйынса ОСАГО түләргә тейеш. Һеҙ страховка компанияһы түләгән лимиттан артҡан өлөшөн түләргә тейешһегеҙ. Әгәр ҙә компания 120 мең һумды түләп еткермәгән һәм һеҙгә дәғүә белдерелгән икән, страховка компанияһы был сумманы һеҙҙең менән бергә күтәрергә тейеш. Зыян һәләкәткә осраған машинаның туҙыу кимәленән сығып ҡаплатыла.

Бүлмә кемгә ҡалырға тейеш?

2008 йылда граждан никахында торған ирем вафат булды. Беҙ уның Өфөләге бүлмәһендә йәшәгәйнек. ҡыҙыбыҙ бар – ул атаһы иҫән саҡта тыуғайны. Иремдең ата-әсәһе һәм башҡа балалары булманы. Ирем үлгәндән һуң уның бер туған һеңлеһе мине уның бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы. ҡыҙым менән минең был бүлмәгә хоҡуғым бармы?

РФ Граждандар кодексының 1142-се статьяһына ярашлы, закон буйынса үлгән кешенең балалары, ҡатыны (ире) һәм ата-әсәһе беренсе сираттағы вариҫ булып һанала. Шулай булғас, әгәр һеҙҙең граждан никахында торған ирегеҙ иҫән саҡта ЗАГС органдарына бирелгән ғариза менән балағыҙҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығында ул атай тип яҙылған булһа, ҡыҙығыҙ бүлмәгә дәғүә итә ала. Әгәр ҙә ирегеҙ атай сифатында яҙылмаған икән, һеҙгә уның иҫән сағында уҡ ҡыҙын таныуын суд аша билдәләй һәм суд ҡарары менән балалар тыуыуын теркәү китабында атай тураһында яҙма булдырыу өсөн ЗАГС органдарына мөрәжәғәт итергә, унан һуң алты ай эсендә нотариусҡа мираҫҡа хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ биреүҙе һорап ғариза бирергә кәрәк. Ул саҡта ҡыҙығыҙ бүлмәгә вариҫ булараҡ дәғүә итә ала. Ә һеҙ, әсәй булараҡ, балағыҙ менән бер бүлмәлә йәшәй алаһығыҙ.

Етәксем сәбәпһеҙгә эштән ҡыуа аламы?

Эшемдә етәксем минән арынырға ҡарар иткән һәм, сәбәбен табып, шелтә бирҙе. Һөйләшкән саҡта, әгәр ҙә эштән үҙ иркем менән китмәһәм, ул мине эштән ебәреү сәбәбен табасағы тураһында белдерҙе. Был шелтәнең урынһыҙ икәнлеген раҫлата аламмы, һәм киләсәктә миңә эш биреүсемдең законһыҙ ғәмәлдәренән үҙемде нисек ҡурсаларға?

Эш биреүсегеҙҙең законһыҙ эшен һеҙ хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияға йәки туранан-тура судҡа мөрәжәғәт итеп раҫлата алаһығыҙ. Тик шундай мөһим мәлдәргә иғтибар итергә кәрәк: дисциплинар яуаплылыҡ (шелтә шуның береһе булып тора) дисциплинар эш боҙған өсөн генә, йәғни хеҙмәткәрҙең үҙенә йөкмәтелгән бурыстарын үтәмәгәндә йәки тейешенсә үтәмәгәндә ҡулланыла; бындай эш асыҡланғандан һуң дисциплинар яуаплылыҡ бер ай эсендә ҡулланыла (хеҙмәткәрҙең ауырыған осоро иҫәпкә алынмай); бындай сараны ҡулланғанға тиклем эш биреүсе хеҙмәткәрҙән яҙма аңлатма талап итергә тейеш.
Дисциплинар яуаплылыҡ тураһындағы бойороҡ хеҙмәткәргә уны сығарған көндән алып өс көн эсендә (хеҙмәткәрҙең эштә булмаған көнөн иҫәпләмәйенсә) хәбәр ителергә тейеш. Хеҙмәткәр аңлатма яҙыуҙан, яуаплылыҡ тураһындағы бойороҡ менән танышыуҙан баш тартҡан осраҡта был турала тейешле акт төҙөлә.

Иремдең фатирҙы атаһына яҙҙырыуын нисек ғәмәлдән сығарырға?

Ирем менән Өфөлә бер бүлмәле фатир һатып алырға булдыҡ. Никахта торабыҙ, ике балабыҙ бар. Ирем, Өфөгә барып, риэлтор­ҙар менән фатир һатып алырға ниәтләүе тураһында килешеү төҙөнө, һәм улар иремә фатир һайларға ярҙам иткән. Алыш-биреш тураһында документтар юллау өсөн атаһы менән юлға сыҡты, сөнки ҡулында ҙур суммала аҡса бар ине. Ул баш ҡалала эшен бөтөрөп ҡайтҡас, осраҡлы рәүештә документтарға юлыҡтым. ҡараһам, фатирҙы атаһы исеменә яҙҙырған.

Һеҙгә алыш-бирештең ғәмәлгә яраҡһыҙлығын таныу тураһында дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан, маҡсатығыҙға һәм теләгегеҙгә бәйле, фатирҙың ирегеҙ менән дөйөм милкегеҙ булыуын һәм уның яртыһы һеҙҙеке икәнлеген таныуҙы; ике яҡты ла башланғыс хәлгә ҡайтарыуҙы һәм фатир һатыусынан – аҡсаны, ә ирегеҙҙән фатирҙы хужаһына ҡайтарып биреүҙе – фатир һатып алыусы хоҡуҡтарын ирегеҙҙең атаһынан үҙегеҙгә күсертеүҙе талап итә алаһығыҙ.
РФ Граждандар кодексының 9-сы бүлегенең 2-се өлөшөндә алыш-бирештең ғәмәлгә яраҡлы түгеллеген таныу регламентлана.
Был бәхәс бик ҡатмарлы, һәм квалификациялы адвокат ярҙамынан тыш уның осона сыға алмаҫһығыҙ тип уйлайым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға