«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йәмғиәтте туплай»



17.05.2011 «Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йәмғиәтте туплай»

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Владимир Путиндың Бөтә Рәсәй халыҡ фронтын булдырыу тураһындағы башланғысын хуплап, фирҡәнең төбәк бүлексәһенә Рәсәй һәм республика ижтимағи ойошмалары үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында даими мөрәжәғәт итеп тора, шунлыҡтан әле шундайыраҡ 46 килешеү төҙөлдө, төрлө яҡлап, шул иҫәптән федераль һәм республика кимәлендәге фирҡә проектын бойомға ашырыу буйынса эш алып барыла, тип билдәләне.
Башҡортостан төбәк бүлексәһе «Опора России», «Деловая Россия», Башҡортостан профсоюздары федерацияһы советы, БР ҡатын-ҡыҙҙар союзы, инвалидтар, пенсионерҙар, ветерандар, йәштәр, спорт һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Фирҡә ярҙамы һөҙөмтәһендә «Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса совет», «Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй педагогия йыйылышы» ойошмалары төҙөлдө. Хәҙер Бөтә Рәсәй халыҡ фронты составындағы был ойошмаларға «Берҙәм Рәсәй» яғынан маҡсаттарына ирешеү буйынса ярҙам күрһәтеләсәк.
Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты сиктәрендә ойошмаларҙы туплау илебеҙҙе 2020 йылға тиклем үҫтереүҙе күҙаллаған стратегия сиктәрендә оҙайлы тотороҡло үҫешкә йүнәлтелгән ижтимағи-сәйәси процестарҙың яңы кимәлен тыуҙырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға