«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күп балалы әсәләрҙе тәбрикләнеләр



17.05.2011 Күп балалы әсәләрҙе тәбрикләнеләр

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәр­ҙе.
«Әсәлек даны» миҙалын 56 ҡатын-ҡыҙ алды. Бүләкләнгәндәрҙең күбеһе дауаханаларҙа, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, заводтарҙа эшләй, араларында һауынсылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа бар, һәм был уларға иң һөйкөмлө, иң хәстәрлекле әсә булып ҡалырға бер ҙә ҡамасауламай.
– Һеҙҙең статус – күп балалы әсә статусы – беҙҙең республикала иң юғарыһы, – тип билдәләне вице-премьер Фидус Ямалетдинов, бүләкләү тантанаһын асып. – Бөгөн Башҡортостандың социаль сәйәсәтендә ғаиләгә – йәмғиәтебеҙ йәшәйешенең нигеҙенә өҫтөнлөк бирелә. Һәм республика властары ғаилә тормошо, бала табыу һәм тәрбиәләү, әсә һәм бала һаулығын һаҡлау өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы үҙенең төп бурыстарының береһе итеп күрә. Ғаиләгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бөтә саралар ҙа закон кимәлендә нығытылған. Күләмле ярҙам коммуналь хеҙмәттәргә түләү, бушлай юл йөрөү, туҡланыу һәм мәктәп формаһы кеүек һәр төрлө федераль һәм республика ташламаларында, түләүҙәрендә сағыла. Бынан тыш, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Ишле ғаиләләр алдындағы ошо һәм башҡа йөкләмәләрҙе республика властары артабан да теүәл үтәргә ниәтләй.
Атап әйткәндә, вице-премьер киләһе йылдарҙа республикала балалар баҡсаһында урын етешмәү проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән программаның тормошҡа ашырыласағын билдәләне.
Тантана йола буйынса иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға