«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Анты ғәмәлдә түгел?!



14.05.2011 Анты ғәмәлдә түгел?!

Виртуаль донъяла шундай мәғлүмәт күҙгә салынып ҡалды
Рәсәйҙең Юғары суды ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеха­новтың вазифаһын ҡабул иткәндә биргән антын ғәмәлдән сы­ғармаҡсы була.
Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ант тексында федераль властар күрһәтмәһен үтәү­ҙең мотлаҡ икәне тураһында бер һүҙ ҙә юҡ, имеш. Әйткәндәй, «Та­тарстан Республикаһы Пре­зи­денты вазифаһын үтәй башлау тураһында» закон 1991 йылдың 4 июнендә ҡабул ителгән. Юғары суд нәҡ ошо документта «бәйләнерлек» нәмәләр тапҡан. Унда: «Татарстан Республикаһы халҡына тоғро хеҙмәт итәм», – тигән һүҙҙәр бар. Әммә дөрөҫөрәге (әлеге ҡануниәт буйынса) бөтә Рәсәй халҡына тоғро хеҙмәт итеү була, тип иҫәпләй суд. Шулай уҡ «Татарстан Республикаһының дәү­ләт суверенитетын тәьмин итергә тантаналы ант итәм» тигән юлдар ҙа законлы түгел.
Юғары суд коллегияһы, РФ Конституцияһында әйтелгәнсә, «Рәсәй Федерацияһы суверенитетынан тыш башҡа дәүләт суверенитеты күҙ уңында тотолмай» тигән менән килешеүен белдерә. Хәйер, Ельцин «йота алғансы йотторған» суверенлыҡтың бөткәнен күптән тоябыҙ. Ул һүҙҙе милли республикаларға ҡарата бөтөнләй әйтмәү һәм әйттермәүҙе хуп күрәләр инде. Күршеләргә хәҙер яңы ант әҙерләргәме икән?
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға