«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Соя» эксперименты



14.05.2011 «Соя» эксперименты

Башҡортостан аграрийҙары эксперимент үткәреп ҡарарға булған – традицион культуралар менән бер рәттән, яңы үҫемлектәр үҫтереп ҡарарға йыйыналар. Хәҙер республиканың 6 мең гектарҙан ашыу майҙанында – етен, 605 гектар баҫыуҙа шипкән сәселәсәк. Бынан тыш, 4200 гектар баҫыу – сояға, ә 15 гектар горчицаға бүленгән.
Былтырғы ҡоролоҡ беҙҙең ауыл эшсәндәрен эҫе ҡояшҡа ҡаршы торорлоҡ культураларға иғтибарҙы күберәк бүлергә өйрәтте. Шуға ла быйыл көнбағыш, судан үләне, кукуруз, һоло күберәк ултыртыла.
Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеү эштәре Башҡортостанда 3,3 миллион гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Бойҙай – 1,2 миллион, шәкәр сөгөлдөрө 65 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Картуф һәм башҡа йәшелсәләр 110 мең гектар майҙанда сәселә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға