«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс игеҙәк балалы Лабановтар фатирлы буласаҡ



14.05.2011 Өс игеҙәк балалы Лабановтар фатирлы буласаҡ

Өс игеҙәк балалы Лабановтар  фатирлы буласаҡГөлнара һәм Александр Лабановтар ғаиләһендә килеп тыуған хәлде Рөстәм Хәмитов үҙе тикшерергә булды. Быйыл март айында Лабановтарҙың өс игеҙәк балаһы тыуған, әммә улар балалар тыуған осраҡта бирелергә тейешле фатирҙы ала алмай.
Ғаилә башлығы Александрҙың эш хаҡы дәүмәле шулайыраҡ: ғаиләнең һәр ағзаһына алты мең һумдан тура килә – был илдә билдәләнгән йәшәү минимумынан яҡынса бер мең һумға күберәк. Һөҙөмтәлә Лабановтарға һөт кухняһы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидиялар, юл йөрөүгә ташлама билдәләнмәй. Әммә шул уҡ мәлдә сабыйҙар­ҙы туҡландырыуға айына яҡынса 12 мең һум аҡса тотонола. Ә Лабановтарҙың тағы ла башҡа төрлө сығымдары ла бар. Өҫтәүенә, ике кредит түләйҙәр. Әйткәндәй, экстракорпораль аталандырыу процедураһын үткәреү өсөн кредит алған булғандар.
– Өс игеҙәк тыуған өсөн фатир бирелеүе тураһында программа барлығын белгәс, бик шатланғайныҡ. Инстанциялар буйлап йөрөй башланыҡ. Барыһын да закон буйынса, йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итмәй, тауыш-тынһыҙ эшләргә теләнек. Ләкин бер ерҙә лә аңлау тапманыҡ. Һәм шуға күрә, ярҙам һорап, Президентҡа мөрәжәғәт иттек – проблемабыҙ хаҡында уның блогына яҙҙыҡ, – ти ғаилә башлығы Александр Лабанов.
Рөстәм Хәмитов, Лабановтарҙың ғаиләһендә булып, күп балалы ата-әсә менән фекер алышты.
– Һеҙҙең кеүек ғаиләләргә ташламалар биреү мәсьәләһе буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әлбиттә, быға ваҡыт талап ителәсәк, әммә был эште барыбер башлау зарур. ҡала һеҙгә әле үк «Көньяҡ» биҫтәһендәге Заһир Исмәғилев урамынан дүрт бүлмәле ҙур фатир бирергә әҙер. Һеҙгә фатир биргәс, әле йәшәгән ике бүлмәле фатирығыҙ үҙегеҙгә ҡаласаҡмы? Йәки, киреһенсә, һеҙгә дүрт бүлмәле фатир түгел, ә ике бүлмәлеһе кәрәктер? Барыһын да ғаиләгеҙгә уңайлы булырлыҡ итеп эшләргә ине, – тине төбәк башлығы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға