«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәге финанс ярҙамға мохтаж



14.05.2011 Инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәге финанс ярҙамға мохтаж

Рөстәм Хәмитов мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгенең беренсе бүлексәһендә булды. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре уға үҙҙәренең эше һәм көн һайын хәл итергә тура килгән проблемалары тураһында һөйләне.
Үҙәктең бәләкәй пациенттары, нигеҙҙә – терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары, психика һәм телмәр үҫеше тотҡарланыуы, үҙәк нервы системаһының органик зарарланыуы эҙемтәләре менән яфаланған инвалид балалар. Уларға бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Үҙәк штатында – утыҙға яҡын кеше. Уларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы ни бары 5 – 6 мең һум тәшкил итә.
– Беҙҙең төп проблема – финанслауҙың етерлек күләмдә булмауы. Бынан тыш, үҙәктең бинаһы күптән ремонтҡа һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға мохтаж. Башҡортостан Президенты беҙҙәге хәлде тикшереп, тейешле сараһын күрер, тип ышанабыҙ, – ти үҙәктең беренсе бүлексәһе мөдире Зөлфиә Сафиуллина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға