«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Ҡыйыҡлы» йәш ғаиләләр артасаҡ



10.05.2011 «Ҡыйыҡлы» йәш ғаиләләр артасаҡ

Киләһе биш йылда Башҡортостандың 7500 йәш ғаиләһе торлаҡ мәсьәләһен хәл итә аласаҡ. Уларға, торлаҡҡа мохтаж ғаиләләр өсөн 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән республика программаһына ярашлы, субсидия биреләсәк. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанслауҙың дөйөм суммаһы 4,815 миллиард һум тәшкил итә.
Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһында ҡатнашып, 2003 йылдан барлығы 11875 ғаилә «ҡыйыҡлы» булған. Шуларҙан 2171 йәш ғаиләгә – льготалы кредит, 1602 ғаиләгә – льготалы шарттарҙа фатир, тағы ла 3343-өнә – торлаҡ алыу йә төҙөү өсөн социаль түләүҙәр, 4759-ына бала тыуған осраҡта субсидия бирелгән.
Шулай ҙа йәш ғаиләләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе көн үҙәгендә ҡала килә. Бөгөн сиратта 28 меңдән ашыу йәш пар тора. Уларҙың өстән бере, үрҙә әйтелгән программала ҡатнашып, фатир алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Был хаҡта ентекле рәүештә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында «Йәштәр сәйәсәте» бүлегендә мәғлүмәт бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға